06:12 (UTC+5), 13 Ноября 2013

Башҡортостанда Президент шыршыһы 23 декабрҙә Йәштәр һарайында үткәрелә

Олег Яровиков
«Башинформ»
Башҡортостан президенты Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһында Яңы 2014 йылды байрам итеү тураһында» Указға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығы матбуғат хеҙмәтендә. Документҡа ярашлы, Республика ойоштороу комитеты составы раҫланды. Район һәм ҡала хакимиәттәре, профсоюз һәм башҡа йәмәғәт берләшмәләре менән берлектә ойоштороу комитетына мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларында, ҡала һәм ауылдарҙа Яңы йылды байрам итеүгә арналған саралар әҙерләп үткәреүҙе тәьмин итергә ҡушылды.
Указға ярашлы, 23 декабрҙә Башҡорт дәүләт аграр университетының Йәштәр һарайында Президент Яңы йыл шыршы байрамы үткәреләсәк. Башҡортостан ҡалаларынан һәм райондарынан байрамға дөйөм белем биреү учреждениеларының уҡыу алдынғылары, предмет олимпиадаларында һәм спорт ярыштарында еңеүселәр, художестволы үҙешмәкәрлек фестивалдәре лауреаттары, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре балалары, шулай уҡ күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән балалар иҫәбенән уҡыусылар саҡырыласаҡ .
Ойоштороу комитетына күп балалар ҡатнашлығында Яңы йыл сараларын үткәргәндә йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙы, янғын хәүефһеҙлеген, медицина персоналының дежур итеүен, шулай уҡ ойошҡан рәүештә балаларҙы килтергәндә именлекте тәьмин итергә ҡушылды.
Киң мәғлүмәт сараларында байрам сараларын киң яҡтыртыу ойоштороласаҡ, Яңы йыл байрамдары һәм мәктәп каникулдары ваҡытында балалар өсөн мәҡәләләр һәм тапшырыуҙар циклы әҙерләнәсәк.
Республиканың Финанс министрлығына Президент Яңы йыл шыршыһын әҙерләү һәм үткәреү, унда ҡатнашыусыларҙың «Салют» санаторийында өс көнлөк ялын ойоштороу буйынса сараларҙы, биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙән 14 йәшкә тиклемге балаларға Президент Яңы йыл бүләктәре һатып алыу менән бәйле сығымдарҙы финанслауҙы тәьмин итергә йөкмәтелде. Шулай уҡ һөнәри белем биреү ойошмаларында уҡыған етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға матди ярҙам күрһәтергә ҡушылды.
Район һәм ҡала хакимиәттәренә үҙҙәренең һәм йәлеп ителгән средстволар иҫәбенә инвалид балаларға, балалар йорттарында, социаль приюттарҙа һәм интернаттарҙа тәрбиәләнгән етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға яңы йыл бүләктәре тапшырыуҙы тәьмин итергә тәҡдим ителде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика