07:38 (UTC+5), 12 Ноября 2013

Шаран районында «Халыҡ бюджеты» аҡсаһына социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлдө

Әлим Фәйезов
Шаран районы Еремкино ауылында тантаналы шарттарҙа социаль-мәҙәни үҙәк асылды. Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Рәил Мусин хәбәр итеүенсә, 25 миллион һумлыҡ объект «Халыҡ бюджеты» аҡсаһына төҙөлдө. Бер ҡыйыҡ аҫтында ауыл мәҙәниәт йорто, фельдшер-акушер пункты, китапхана урынлашҡан.
Асыу тантанаһы халыҡ байрамына әйләнде, уға район хакимиәте башлығы Илгиз Сәмиғуллин, Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Вадим Соколов, БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Әнис Алтынбаев килде.
«ГрандКапиталСтрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль подрядсыһы бер йыл самаһы ваҡыт эсендә бөтә төҙөлөш-монтаж эштәрен башҡара алған.
- Еремкино халҡы һәм барлыҡ Дүртөйлө ауыл биләмәһе өсөн был күптән көтөлгән ваҡиға, — тип үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты урындағы хакимиәт башлығы Ләйсән Ғибәтова, — беҙҙең ағас клубыбыҙ урындағы артистарҙы ылыҡтырмай ине. Хәҙер ысын мәҙәниәт усағыбыҙ бар. Был ваҡиға Мәҙәниәт йылы алдынан булыуы, үтә лә ҡыуаныслы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика