08:24 (UTC+5), 12 Ноября 2013

Республика башлығы Башҡортостанда радиоактив ҡалдыҡтарҙы күмеү пунктын урынлаштырыуға ҡаршы

"Башинформ"
Башҡортостандың Иглин районы Ләмәҙ ҡасабаһында Рәсәй атомы радиоактив ҡалдыҡтарҙы күмеү пунктын урынлаштырырға планлаштырыуы тураһында таралған имеш-мимештәргә бәйле, республика башлығының матбуғат сәркәтибе Артем Вәлиев «Башинформ» агентлығына, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикала радиоактив ҡалдыҡтарҙы күмеү пунктын урынлаштырыуға ҡаршы, тип белдерҙе.
«Башҡортостан етәкселегенә беҙҙә ядро ҡалдыҡтарын күмеүҙе урынлаштырыу тураһында тәҡдим менән бер кем дә сыҡманы. Президенттың был мәсьәлә буйынса позицияһы ҡәтғи: ул – ҡаршы. Бөгөн был инициативаны кем күтәреүен асыҡлаясаҡбыҙ», — тип белдерҙе БР Президентының матбуғат сәркәтибе.
Был турала мәғлүмәт “Росатом”дың һатып алыуҙар сайтында быйыл 22 июлдә урынлаштырылған. Баҫтырылған мәғлүмәттәргә ярашлы, һатып алыуҙы ойоштороусы — «Радиоактив ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса милли оператор» федераль дәүләт унитар предприятиеһы. Башҡортостан Республикаһынан тыш бында Рәсәйҙең һигеҙ төбәге (Красноярск крайы, Томск, Силәбе, Свердловск, Һамар, Һарытау, Архангель өлкәләре һәм Ҡалмыҡ республикаһы) ингән. Әлеге ваҡытта бөтә 9 лот та активлаштырылмаған, сөнки уларҙың статусы «кире ҡағылған» тип билдәләнгән. Әммә социаль селтәрҙәрҙә Иглин районында Европанан ядро ҡалдыҡтарын күмеү ҡәберлеген урынлаштырыу буйынса лотты яңыртыуҙары тураһында хәбәрҙәр таралды. Әлеге ваҡытта быны дәлилләрлек рәсми мәғлүмәттәр юҡ. Рәсәй атомы етәкселегенән дә аңлатма алып булманы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика