11:49 (UTC+5), 12 Ноября 2013

Бөтә донъя диабетҡа ҡаршы көрәш көнөнә арналған акция уҙасаҡ

Эльмира Сабирова
Йыл һайын уҙғарыла торған «Диабетҡа ҡаршы көрәштә берләшәйек» акцияһы 16 ноябргә тиклем дауам итәсәк. Уның маҡсаты – диабет һәм унан дауаланыу саралары тураһында халыҡҡа мәғлүмәт еткереү, социаль реабилитациялау һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау, физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүҙе популярлаштырыу.
БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, аҙна дауамында халыҡ араһында ауырыуҙы диагностикалау сараһы уҙасаҡ. Программала шулай уҡ өлкәндәр һәм балалар өсөн диабет мәктәбе, Башҡорт дәүләт медицина университетының спорт комплексы базаһында өҫтәл теннисы, волейбол, дартс буйынса спорт ярыштары, командалар эстафетаһы, «Хыяллан, йәшә, ижад ит!» мәҙәни-спорт фестивале.
Рәсми статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала беренсе төр шәкәр ауырыуынан биш меңдән артыҡ кеше яфалана, шул иҫәптән 600-ҙән ашыу бала, икенсе төрҙән – 74 мең самаһы.
Акцияны башлаусы: БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты ярҙамында «Феникс» БР диабет йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһы
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика