13:43 (UTC+5), 08 Ноябрь 2013

Идаралыҡ кадрҙары әҙерләү буйынса Президент программаһының 16 йыллығын билдәләйәсәктәр

Арина Рәхимҡолова
БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында 15 ноябрҙә идаралыҡ кадрҙары әҙерләү буйынса Президент программаһының 16 йыллығына арналған форум үткәрелә. Уның эшендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте, БР Иҡтисади үҫеш министрлығы, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, ӨДАТУ, Президент программаһын тамамлаусылар ассоциацияһы вәкилдәре ҡатнашасаҡ.
Форум секциялар форматында үткәреләсәк, унда Башҡортостан Республикаһындағы иң яҡшы бизнес практикалары өс төп йүнәлештә ҡараласаҡ: һөҙөмтәле ассессмент технологиялары һәм бизнес-командалар мотивациялары, проект эшмәкәрлеге, эшлекле кеше имиджын булдырыу.
Шулай уҡ был көндө халыҡ хужалығы тармаҡтары өсөн идара итеүсе кадрҙар әҙерләү Президент программаһының 16 йыллығына арналған Президент балы үтәсәк. Унда БР Хөкүмәтенең юғары вазифалы кешеләре, республика дәүләт власы органдары вәкилдәре, белем биреү учреждениелары, профессиональ ассоциациялар етәкселәре, сит ил ҡунаҡтары, журналистар, эшлекле кешеләр ҡатнашасаҡ, тип планлаштырыла. Программала — ҡотлауҙар, тамамлаусыларҙың уңышлы проектарын презентациялау, музыка коллективтары сығышы, приздар уйнатыу, flashmob.
Форум академияның конференциялар залында (Өфө, Зәки Вәлиди урамы, 40) 14 сәғәттә башлана. Президент балы EVENT HALL NEBESA (Клуб «RAЙ») майҙансығында үткәрелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика