10:09 (UTC+5), 07 Ноябрь 2013

Стәрлетамаҡта автомобилселәр донорҙар буласаҡ

Эльмира Сабирова
Стәрлетамаҡта 9 ноябрҙә дауалау учреждениеларының бәләкәй пациенттары өсөн ҡан бирергә мөмкин. Был көндө «Юғалтыуҙар юҡ» ҡаты ауырыған балаларға ярҙам күрһәтеү хәйриә фонды, UTV ҡала телеканалында «102RUS» автомобиль телепроекты, Рәсәй автомобилселәр федерацияһы һәм Стәрлетамаҡ ҡан биреү станцияһы сираттағы «АвтоМотоДонор» акцияһы уҙғара.
Уның төп маҡсаты – республика баш ҡалаһынан ситтә донорлыҡ хәрәкәтен таратыу, төбәк халҡына даими донорлыҡ, ҡан һәм уның компонеттары етешмәүе тураһында мәғлүмәт биреү, донорлыҡҡа ыңғай мөнәсәбәт булдырыу һәм донорҙарға рәхмәт белдереү нормаһын нығытыу.
Сарала 18 йәше тулған һәр граждан ҡатнаша ҡала.
Автомобилселәрҙең йыйылышы «Сода» Мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда сәғәт 10-да башлана. Үҙегеҙ менән паспорт алыу мотлаҡ. Машиналар колоннаһы бөтә ҡала буйлап ҡан биреү станцияһына тиклем барасаҡ.
- Ҡан биреү станцияһына килеп ҡан биреү, башҡа кешеләрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалыуға ярҙам итеү, һәр сәләмәт кешенең хәленән килә. Осрашыуға үҙегеҙҙең дуҫтарығыҙҙы саҡырып та, һеҙ кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыуға ҡатнашлы булаһығыҙ, — тип һөйләй «Юғалтыуҙар юҡ» ҡаты ауырыған балаларға ярҙам күрһәтеү хәйриә фонды етәксеһе Радмила Сурначева.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика