09:43 (UTC+5), 07 Ноября 2013

Башҡортостандың иң яҡшы аграрийҙары дәүләт наградаларына лайыҡ булды

Сергей Захаров
Республиканың ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренең 8 ноябрҙә билдәләнгән һөнәри байрамдары алдынан Башҡортостан Президенты агросәнәғәт комплексының алдынғы хеҙмәткәрҙәрен наградлау тураһында бер нисә указға ҡул ҡуйҙы.
Агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Стәрлетамаҡ районының Калинин исемендәге предприятиеһы директоры Анатолий Коваленко, «Алексеевка» совхозы директоры Евгений Майстренко, «Шаранагрогаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Тимерғәли Тимеркәев, шулай уҡ юғары профессиональ белем биреү системаһында оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне һәм төбәктең агросәнәғәт комплексы өсөн юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Башҡорт аграр университеты профессоры Геннадий Юхин республика башлығы рәхмәт хаты менән дәртләндерелде.
Президенттың икенсе указы менән илле иң яҡшы белгескә «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» һәм «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре» тигән почетлы исемдәр бирелде.
46 ауыл хужалығы хеҙмәткәре күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн республиканың Почет грамотаһы менән билдәләнде , тағы 40 белгес — «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» билдәһе менән.
Стәрлетамаҡ районы башлығы урынбаҫары Владимир Александров Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры булды.
Дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы 8 ноябрҙә Республика Йортонда үткәрелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика