Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Төрки телле илдәрҙең III Медиа-форумын үткәреү тураһында ҡарар быйыл августа Истанбулда үткән Төрки телле илдәр һәм төбәктәр медиа-платформаһының Яраштырыу советы
ултырышында ҡабул ителде. Төрки телле илдәр һәм төбәктәр медиа-платформаһының генераль сәркәтибе Морат Каракая билдәләп үтеүенсә, беренсе һәм икенсе төрки телле илдәр медиа-форумдарында (улар 2010 йылдың декабрендә Анкарала һәм 2011 йылдың октябрендә Баҡыла үтте) төрки телле илдәрҙең киң мәғлүмәт саралары профессионалдарының бындай берләшмәһе төрки донъяһында барған ваҡиғалар тураһында мәғлүмәт еткереү, тәжрибә һәм фекерҙәр менән уртаҡлашыу, аралашыу өсөн кәрәк булыуы тураһында һөйләшеп килешелгәйне. Шул уҡ ваҡытта был йәмәғәт ойошмаһында тулы хоҡуҡлы вәкил сифатында төрки телле булмаған, әммә был илдәрҙә төрки телле төбәктәр, диаспоралар, берләшмәләр һәм киң мәғлүмәт саралары исеменән ҡатнашҡан журналистарҙың да булырға тейешлелеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Ошо маҡсатта Баҡыла үткән
икенсе медиа-форумда төрки телле илдәрҙең генә түгел, ә төрлө илдәр составында төрки телле төбәктәр, территориялар, диаспораларҙың журналистарын һәм киң мәғлүмәт сараларын берләштергән Медиа-платформа булдырылды.