04:08 (UTC+5), 05 Ноябрь 2013

Өфөлә медицина өлкәһендәге һуңғы асыштарҙы күрһәтәсәктәр

Людмила Терновая
12 — 14 ноябрҙә Өфө ҡала Мәҙәниәт һарайында Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, БР «Медтехника» дәүләт унитар предприятиеһы, «БашЭКСПО» Күргәҙмә үҙәге тарафынан ойошторолған, сит илдәр вәкилдәре ҡатнашлығында «Медицина-2013» махсус форумы үтәсәк.
Күргәҙмәлә Рәсәй медицина һәм фармацевтика предприятиелары ғына түгел, шулай уҡ Төркиә, Һиндостан, Германия, АҠШ, Швейцарияның тармаҡ фирмалары вәкиллектәре үҙ экспозицияларын күрһәтәсәк. Форумда күсмә лабораториялар; диагностика приборҙары һәм инструменттары; хирургия ҡорамалдары; терапия өсөн электромедицина приборҙары һәм инструменттары; фармацевтика продукцияһы; протездар, корсеттар, бандаждар, компрессион һәм термо кейем; ишетеү һәм массаж аппараттары; дауалау косметикаһы; оптика тәҡдим ителәсәк.
Форумға ярашлы һаулыҡ һаҡлауҙағы мөһим проблемалар буйынса конференциялар үткәреү ҡаралған: «Ритмы боҙолған ауырыуҙарҙы дауалау буйынса милли рекомендациялар», «Акушерлыҡ һәм гинекология буйынса көнүҙәк мәсьәләләр», «Неврологияла яңы диагностика һәм дауалау технологиялары», «Анестезиология һәм реаниматология проблемалары», «Заманса яңы функциональ диагностика технологиялары» һәм башҡалар.
Медицина экспофорумы эше тамамланғас, ҡатнашыусыларҙы дипломдар һәм почет грамоталары менән бүләкләү тантанаһы үтәсәк, тип хәбәр иттеләр БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәтендә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика