07:07 (UTC+5), 01 Ноября 2013

Иглин районында биш мең төп ағас ултыртасаҡтар

Людмила Терновая
2 ноябрҙә Иглин районында «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Ағас ултыртабыҙ — республикабыҙҙы йәмләйбеҙ» республика акцияһы сиктәрендә күмәкләп ағас ултыртыу сараһы уҙасаҡ. Иглин районына ингән саҡта бер гектар самаһы территорияла ике меңләгән ылыҫлы ағастар үҫентеләрен ултыртасаҡтар. Акцияла Иглин районының бөтә ауыл биләмәләренән партия ағзалары ҡатнашасаҡ.
Партияның урындағы бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе Альмира Ханова һөйләүенсә, ағас ултыртыу акциялары районда даими ойошторола.Тик бындай масштаблы акция беренсе тапҡыр үтәсәк.
- Райондың һәр бер ауыл биләмәһе был акцияла ҡатнашасаҡ. Был көндәрҙә районда барлығы биш меңләп ылыҫлы ағастар үҫентеләре ултыртыласаҡ, — тине ул.
«Ағас ултыртабыҙ — республикабыҙҙы йәмләйбеҙ» акцияһы «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесенең Башҡортостандағы төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең биш йыллыҡ юбилейы айҡанлы уҙа. Масштаблы сарала беренсе булып “Берҙәм Рәсәй” партияһы бүлексәһе ағзалары һәм Шишмә районының «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» активистары ҡатнашасаҡ. Киләһе йыл яҙ акцияға республиканың ҡалған бөтә территориялары ла ҡушылырға ниәтләнә.
- Бына инде биш йыл дауамында партия рәйесенең төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе Башҡортостан халҡына ысын ярҙам күрһәтә, — тине Өфөләге Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе урынбаҫары Наил Мәһәҙиев. — Меңләгән кеше бында ярҙам һәм яҡлау тапты. Республиканың Дәүләт Йыйылышы депутаты булараҡ мин үҙем дә граждандарҙы ҡабул итәм һәм халҡыбыҙҙы ниндәй проблемалар борсоғанын беләм. «Ағас ултыртабыҙ — республикабыҙҙы йәмләйбеҙ» акцияһын күп кеше хуплап сыҡты. Башҡортостанда йәшәүсе һәр кеше унда ҡатнашырға тейеш, тип иҫәпләйем.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика