08:54 (UTC+5), 01 Ноября 2013

Өфөнөң «Көньяҡ» биҫтәһендә яңы балалар поликлиникаһы барлыҡҡа киләсәк

Розалия Вәлиева
Балалар поликлиникаһы Зәйнәб Биишева менән Заһир Исмәғилов урамдары араһындағы территорияла урынлашасаҡ, тип хәбәр итә Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Дөйөм майҙаны ете мең квадрат метр самаһы буласаҡ яңы балалар поликлиникаһы бинаһында участка табиптары бүлексәһе (10 педиатрия участкаһы педиатрҙары), 30 койкалыҡ көндөҙгө стационар, тар белгес-табиптар (офтальмолог, невролог, хирург, логопед) бүлексәһен урынлаштырырға планлаштырыла. Поликлиникала функциональ диагностика, нурлы диагностика бүлексәләрен, стоматология кабинеттарын, клиник-диагностика лабораторияһын, һауыҡтырыу бүлексәһен һәм башҡа подразделениеларҙы йыһазландырыу күҙҙаллана.
Поликлиниканы Өфө ҡалаһында 2014-2016 йылдарҙа типовой поликлиникалар һалыу комплекслы проекты сиктәрендә төҙөргә планлаштырыла. Бынан тыш, Өфө хакимиәте башлығы ҡарары менән Амантай урамы, 7/1 адресы буйынса урынлашҡан 600 квадрат метр майҙанлы бина 2-се балалар поликлиникаһы идаралығы ҡарамағына тапшырылған, ремонттан һуң унда сменаһына 150 кеше ҡабул итерлек поликлиника филиалын урынлаштырыу күҙаллана. Төҙөлөш эштәрен 2014 йылдың беренсе кварталында башларға, 2014 йылдың 3 кварталында тамамларға планлаштырыла.
Әлеге ваҡытта «Көньяҡ» һәм «Колгуев» биҫтәләрендә һигеҙ педиатрия участкаһында 7,5 меңдән ашыу бала хеҙмәтләндерелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика