08:51 (UTC+5), 31 Октября 2013

Белоретта етем балаларға фатир асҡыстары тапшырҙылар

Әлим Фәйезов
Белоретта ошо көндәрҙә Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов тантаналы шарттарҙа етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға фатир асҡыстары тапшырҙы. Торлаҡлы булыу бәхетенә 23 кеше эйә булды.
Быйыл Белореттағы етем балаларға торлаҡ алыуға 30 миллион һум аҡса бүленгән, шуның 24,28 миллион һумы республика бюджетынан һәм 6,19 миллион һумы федераль бюджеттан. Был аҡсаға фатир мәсьәләһен 23 кеше хәл итте, етем балалар категорияһынан тағы 13 кеше төҙөлә башланған социаль йорттан фатирҙы киләһе йылда аласаҡ. Белорет районы муниципаль районы территорияһында бөгөн бөтәһе 811 етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар иҫәпләнә, уларҙың яҡынса 250-һе опекун ғаиләләрҙә тәрбиәләнә, 221 – уллыҡҡа алынған, 60-тан күберәге патронат ғаиләләрҙә тәрбиәләнә һәм 70-тән ашыуы – тәрбиәгә ҡабул иткән ғаиләләрҙә. Бөгөнгө көнгә 55 етем бала торлаҡҡа сиратта тора.
Район хакимиәте башлығы Владислав Миронов йәштәрҙе уларҙың тормошондағы мөһим ваҡиға менән ҡотлап, етем балаларҙың торлаҡ хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендә ҡануниәт йылдан-йыл камиллашыуын, бүленгән аҡса күләме арта барауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әгәр ҙә 2010 йылда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға торлаҡ биреү өсөн Белорет районына федераль һәм республика бюджеттарынан өс миллион һум самаһы аҡса бүленһә, 2011 йылда – 14 миллиондан ашыу, 2012 йылда – 23,5 миллиондан күберәк, ә быйыл – 30 миллион һумдан ашыу.
- Йыл һайын дәүләт ярҙамында тағы ла күберәк етем балалар торлаҡ алыу мөмкинлегенә эйә булыуы ҡыуаныслы. Һис шикһеҙ, төрлө сәбәптәр арҡаһында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалыусылар бөтәһе лә айырым иғтибар һәм хәстәрлек менән солғап алынырға тейеш. Хәҙер һеҙҙең үҙаллы тормошоғоҙҙа яңы этап башлана. Үҙ йортоң булыу – ул киләсәктә бәхетле тормош төҙөү өсөн ныҡлы нигеҙ. Һеҙ үҙ хыялдарығыҙҙы һәм пландарығыҙҙы ҡыйыу тормошҡа ашыра алаһығыҙ, киләсәктә барыһы ла яҡшы буласағына ышанам, — тип билдәләне асҡыстарҙы тапшырып хакимиәт башлығы.
Билдәләп китергә кәрәк, бөгөн Белоретта ике социаль йорт төҙөлә. Беренсеһендә, үрҙә әйтеп үткәнсә, киләһе йылда 13 етем бала яңы фатир аласаҡ, икенсеһе ошо категориянан 12 кешегә ҡаралған, тип хәбәр итте Белорет районы хакимиәтендә мәғлүмәт-аналитика бүлегенең баш белгесе Ольга Колесникова.
1 из 12
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика