09:23 (UTC+5), 31 Октября 2013

Башҡортостанда тыуып үҫкән Азамат Ҡолмөхәмәтов Батырлыҡ ордены кавалеры булды

Сергей Захаров
Рәсәйҙең Сириялағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе, Башҡортостанда тыуып үҫкән Азамат Ҡолмөхәмәтов Батырлыҡ ордены кавалеры булды. Юғары награданы уға ил Президенты Владимир Путин тапшырҙы. Дәүләт башлығы билдәләүенсә, Рәсәй дипломаты һәм уның коллегалары Сирия кризисының иң ҡатмарлы осоронда «Тыуған ил мәнфәғәттәрен яҡлауҙа ныҡ тороу һәм принципиаллек күрһәтте».
Азамат Рәхмәт улы Ҡолмөхәмәтов 1953 йылда Өфөлә тыуған, уның атаһы сығышы менән Ишембай районының Ҡанаҡай ауылынан. Азамат Ҡолмөхәмәтов СССР Сит ил эштәре министрлығының Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтын (МГИМО) тамамлаған. 1978 йылдан СССР Сит ил эштәре министрлығының һәм Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының үҙәк аппаратында һәм сит илдәрҙә төрлө дипломатик вазифаларҙа эшләй. Иорданияла РФ Илселеге советнигы; Кувейт Дәүләтендә Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе була; РФ Сит ил эштәре министрлығының Яҡын Көнсығыш һәм Төньяҡ Африка Департаменты директоры вазифаһын биләй. 2011 йылдың 7 сентябренән — Сирия Ғәрәп Республикаһында Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе. 1-се класлы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсе дипломатик рангына эйә (дипломатик ранг РФ Президентының 2007 йылдың 6 мартындағы Указы менән бирелә); ғәрәп, инглиз һәм француз телдәрен яҡшы белә; өйләнгән, ике ҡыҙы бар.
Владимир Путин шулай уҡ юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдинды ла наградланы. Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденына лайыҡ булды.
Илдең күренекле граждандарына Рәсәй дәүләт наградаларын тапшырыу 29 октябрҙә Кремлдең Екатерина залында үтте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика