06:32 (UTC+5), 31 Октября 2013

Башҡорт яугиры уғының яңы күсермәһе Германияның Шварца ҡалаһы сиркәү көмбәҙен биҙәйәсәк

"Башинформ"
Теүәл ике йөҙ йыл элек башҡорт яугирҙәре (ул саҡта уларҙы төньяҡ амурҙары тип атағандар) Парижды яулап алғандан һуң Тюрингиялағы (Германияның федераль ере) Шварца ҡаласығы аша ҡайтҡан. Бында улар немец принцы Гюнтерҙы осраталар. Ул уҡтың һуғышҡа һәләтлегенә шикләнеп, башҡорт яугирынан ҡоралды һынап ҡарауын һорай. Төньяҡ амуры шунда уҡ күрше йорт ҡыйығындағы флигелгә төҙәп атып, уҡтан атыу оҫталығын күрһәтә.
Ағас уҡтың төп нөсхәһе инде күптән серегән, әммә немецтар башҡорт батырҙарының саялығы иҫтәлегенә уның тимер күсермәһен эшләйҙәр. Был уҡ күп йылдар дауамында Шварца ҡаласығындағы «Изге Лауренция Сиркәүенең» көмбәҙен биҙәй.
Үткән аҙнала Германияның Лейпциг ҡалаһы эргәһендә Халыҡтар һуғышы – Европаны Наполеон илбаҫарҙарынан азат итеүҙең 200 йыллығын билдәләгәндә башҡорт диаспораһы вәкилдәренән торған делегация иҫке уҡты яңы алтын ялатылған уҡҡа алмаштыра. Делегация составында Ирек Байышев, тарихсы Рәмил Рәхимов, командир Илдар Шәйәхмәтов етәкселегендә «БР-ҙың «Любизар» беренсе атлылар полкы» хәрби-тарихи клубы ағзалары, режиссер һәм журналист, «Сена буйында ҡурай моңо» фильмы авторы Нәсүр Йөрөшбаев һәм башҡалар булды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөйөк немец яҙыусыһы Иоганн Гёте үҙ хеҙмәттәрендә Наполеон армияһына ҡаршы һуғыштарҙан һуң Веймар ҡалаһы (яҙыусы йәшәгән ҡала) аша ҡайтып барған башҡорт яугирҙары менән үҙенең танышыуын һүрәтләй. Ул, атап әйткәндә, ҡаланың протестанттар мәктәбе бинаһында башҡорттарҙың намаҙ уҡыуына шаһит була, уларҙы үҙенә ҡунаҡҡа саҡырып ала.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика