«Башинформ» Мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала
электрон китап һаҡлағыс барлыҡҡа килде. «Электрон китапхана»ны презентациялау сараһында БР Мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Валентина Латипова сығыш яһап, республиканың бөтә китапханалары һәм уҡыусылары өсөн был көн бик тә әһәмиәтле, тип билдәне. Министр урынбаҫары республика Президенты Рөстәм Хәмитовҡа ошо проектты тормошҡа ашырыуға ярҙам иткәне өсөн рәхмәт әйтеп, Башҡортостанда йәшәүсе һәр бер кеше был мәҙәни ҡаҙаныш менән ҡуллана аласағына ышаныс белдерҙе.