Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
22+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Октябрь 2013, 17:15

Баймаҡта етем балаларҙың законлы мәнфәғәттәрен һәм хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләһен тикшерҙеләр

Баймаҡта Көньяҡ Урал райондары хакимиәттәренең опека һәм попечителлек органдары белгестәре, балалар йорттары етәкселәре һәм муниципалитеттар башлыҡтары урынбаҫарҙары ҡатнашлығында ғаиләне, әсәлекте, аталыҡты һәм балалыҡты һаҡлау мәсьәләләре буйынса Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы ведомствj-ара советтың күсмә ултырышы уҙҙы.
БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, дәүләт һәм муниципаль учреждениеларҙа тәүлек әйләнәһенә булған етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың законлы мәнфәғәттәрен һәм хоҡуҡтарын яҡлау буйынса саралар тикшерелде.
Вице-премьер Лилиә Ғүмәрова билдәләүенсә, «ауыр тормош шарттарында йәшәгән ғаиләләргә ярҙам итеү системаһында мөһим звеноларҙың береһе булып опека һәм попечителлек органдары тора». Бөтә балалар ҙа – ғаиләлә, беренсе сиратта, үҙ ғаиләһендә, төрлө сәбәптәр арҡаһында мөмкин булмағанда – тәрбиәгә алған, патронат һәм опекун ғаиләләрҙә тәрбиәләнергә тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Лилиә Ғүмәрова.
Шулай уҡ, үҫмерҙәр енәйәтселегенә һәм суицид осраҡтарына баһа бирелде.
Атап әйткәндә, бөгөн республикала 24 балалар йорто эшләй, уларҙа бер меңдән ашыу бала тәрбиәләнә. Әммә, белгестәр раҫлауынса, ҡайһы бер балалар йорттары директорҙары тәрбиәләнеүселәре менән үҙ-ара ихлас мөнәсәбәттәр төҙөй алманы, уларға тормошта килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам итә алмай. Был турала күптән түгел Сәрмән һәм Өфө ҡалаһының 2-се балалар йорттарында балалар менән ҡаты мөғәмәлә итеү осраҡтары, шулай уҡ Түбә балалар йортонда тәрбиәләнеүсенең үҙ-үҙенә ҡул һалыуы иҫбатлай. Эксперттар баһалауынса, был факттар етәкселәрҙең учреждение эшмәкәрлегенә етерлек контроллек итмәүе, етемдәр өсөн учреждениеларға кадрҙарҙы ентекле һайлап алмауҙары, бындай учреждениеларҙа яҡшы белгестәр – психологтар һәм дефектологтар етешмәүе тураһында һөйләй.
Автор:Сергей Захаров
Читайте нас: