13:09 (UTC+5), 30 Октября 2013

Башҡортостанда Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе ойошторолдо

Арина Рәхимҡолова
Өфөлә ойоштороу конференцияһында Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе төҙөлдө. Сараға йыйылыусылар бүлексә штабына өс ҡушма рәйес һәм контроль-ревизия органдарын һайланы. Конференция эшендә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты Үҙәк штабынан Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Балалар мәнфәғәтендәге ғәмәлдәрҙең Милли стратегияһы эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу буйынса координация советы ағзаһы Елена Сутормина ҡатнашты.
Ул, халыҡ фронты – ул бөтә йәмғиәт: йәштәр,ветерандар, Рәсәйгә битараф булмаған һәр кем өсөн асыҡ юл, тип билдәләне. Халыҡ фронты, киҫкен мәсьәләләр буйынса фекер алышырлыҡ, һәр кемдең тауышына ҡолаҡ һалырлыҡ майҙансыҡҡа әйләнергә тейеш.
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты республика бүлексәһенең ҡушма рәйестәре итеп Башҡортостан Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса парламент комитеты башлығы Эльвира Айытҡолова, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты проректоры Максим Михайлов һәм БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының вице-президенты Азат Фазлыев һайланды.
Төбәк бүлексәһенең ойоштороусылар составына уҡытыусылар, табиптар, журналистар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, эшҡыуарҙар, ведомство етәкселәре инде. Эльвира Айытҡолова билдәләп үтеүенсә, «хәҙер улар алдында Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты бүлексәләрен урындарҙа – республиканың ҡала һәм райондарында ойоштороу бурысы тора».
Ул, «бөгөнгө төп маҡсат – граждандарҙың власть менән кире бәйләнешен юлға һалыу», тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Сәйәсмән әйтеүенсә, «был бәйләнеште, яҡтар бер-береһен ишетә алырлыҡ, файҙалы итеп ойошторорға кәрәк».
Әлеге ваҡытта мөһим бурыс булып йәмәғәт мониторингы булдырыу тора, — тип иҫәпләй Эльвира Айытҡолова. «Генераль штаб ошондай өс үҙәк ойошторған да инде. Беренсеһе һатып алыуҙар өлкәһендә дәүләт средстволарын тотоноу һөҙөмтәлелеген тикшерә. Был юҫыҡта бөгөн «Намыҫлы һатып алыуҙар өсөн» («За честные закупки») порталы һөҙөмтәле эшләп килә, унда һәр кеше власҡа үҙенең һорауын, теләген яҙып ҡалдыра ала. Икенсе мөһим йүнәлеш – мәғариф системаһы мониторингы, өсөнсөһө – Владимир Путиндың май айындағы указдарын тормошҡа ашырыу мониторингы», — тип һүҙен йомғаҡланы Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты төбәк бүлексәһенең ҡушма рәйесе.
1 из 14
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика