12:51 (UTC+5), 29 Октябрь 2013

Башҡортостан вәкилдәре Сыуаш милли конгресының VIII съезында ҡатнашты

Арина Рәхимҡолова
Башҡортостан Республикаһы вәкилдәре, Чебоксарыла уҙған, «Сыуаш милли конгресы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһының VIII съезында ҡатнашты. Кәңәшмәгә барлығы Рәсәй Федерацияһының 26 субъектынан 260 делегат һәм абруйлы ҡунаҡтар йыйылды. Башҡортостан вәкилдәренән тыш, Татарстан, Ульяновск, Мурманск, Төмән, Пенза, Түбәнге Новгород өлкәләре, Һамар, Рязань, Мәскәү, Димитровград ҡалалары, шулай уҡ Белоруссия, Ҡаҙағстан, Украина, Франция һәм Эстония вәкилдәре ҡатнашты.
Беҙҙең республикабыҙҙан ете делегат ҡатнашты, улар араһында БР Сыуаш мәҙәниәте йәмғиәте рәйесе Юрий Михайлов, Сыуаш Республикаһы Министрҙар Кабинетының Башҡортостан Республикаһындағы сауҙа-иҡтисади вәкиле Владимир Портнов, Башҡортостан сыуаштары канашы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Людмила Мурманская.
Съезда Сыуаш милли конгресының Рәсәй субъекттарындағы һәм сит илдәрҙәге төбәк бүлексәләре менән эшмәркәрлеген яраштырыу мәсьәләләре ҡаралды. Шулай уҡ кәңәшмәгә йыйылыусылар конгресс эшмәкәрлегенә йәштәрҙе йәлеп итеү, ойошманың устав маҡсаттарын тормошҡа ашырыу өсөн мәғлүмәт технологияларын ҡулланыу һәм мәғлүмәт майҙанын киңәйтеү кәрәклеге тураһында һөйләштеләр. Кәңәшмә барышында алдағы дүрт йылға Сыуаш милли конгресына яңы идаралыҡ һәм контроль составы һайланды. Николай Угаслов ойошманың президенты булды.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика