08:49 (UTC+5), 28 Октябрь 2013

БДПУ-ла төрки халыҡтар телдәрен һәм мәҙәниәтен тикшерҙеләр

Арина Рәхимҡолова
М.Аҡмуллаа исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында башҡорт филологияһы факультетының 20 йыллығына һәм Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһының (ТӨРКСОЙ) 20 йыллығына арналған «Башҡорт филология фәне теорияһы һәм практикаһы һәм филологик белем» Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Сараға ярашлы «Төрки халыҡтар телдәре һәм мәҙәниәте» түңәрәк өҫтәле үткәрелде. Эш барышында йыйылыусылар ТӨРКСОЙ кафедраһының үҫеш планын, уның башҡа илдәр менән бәйләнешен, кафедраның Рәсәй юғары уҡыу йорттары менән берлектәге проекттарын, БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты базаһында төрки телдәрҙе маҡсатҡа ярашлы өйрәнеүҙе тикшерҙе.
Шулай уҡ конференция сиктәрендә ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ һәм төркмән халыҡтары мәҙәниәтенә арналған күргәҙмә үтте. Тантаналы асыуҙа төрлө милләттәр вәкилдәре, милли-мәҙәни йәмғиәттәр рәйестәре ҡатнашты. Ҡунаҡтар араһында БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллин, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Вельмир Аҙнаев булды.
Күргәҙмәлә тәбиғи материалдарҙан ҡул эштәре, милли костюмдар, музыка ҡоралдары, рәссамдар эштәре, көнкүреш әйберҙәре, китаптар, милли ҡурсаҡтар, баш кейемдәре һәм ювелир биҙәүестәр халыҡ иғтибарына тәҡдим иителде. Килеүселәр күргәҙмә менән танышып ҡына ҡалманы, шулай уҡ ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ һәм төркмән аш-һыуҙарынан ауыҙ итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика