18:09 (UTC+5), 25 Октября 2013

Рәсәй почтаһы «Ҡыш бабайҙан ҡотлауҙар»ға заявкалар ҡабул итә башланы

Розалия Вәлиева
Башҡортостандың почта бүлексәләрендә «Ҡыш бабайҙан ҡотлау» – Рәсәй почтаһының традицион хеҙмәтенә заявкалар ҡабул итеү башланды, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.
Республика халҡы, үҙе теләгән почта бүлексәһе аша Ҡыш бабайҙан бүләк тип рәсмиләштереп, туғандарына һәм яҡындарына хат йәки бүләк ебәрә ала.
Рәсәй Почтаһы 2013 йылда 18 бүләк төрөн тәҡдим итә, шул иҫәптән өлкәндәр өсөн бүләктәр ҙә. Бәләкәстәргә – уйынсыҡтарҙан торған йыйылмалар, ә өлкәнерәктәргә һәм үҫмерҙәргә ижад йәки уйындар өсөн йыйылмалар ебәрергә мөмкин, ә өлкәндәрҙе күркәм плед менән ҡыуандырып була. Яңы йыл байрамына бүләктәр иҫәбенә сюрприз-бүләк тә инә. Һәр бер яңы йыл бүләгенә Ҡыш бабайҙан хат ҡушып һалына.
Бөтә байрам ҡотлауҙары адресаттарға беренсе класс бандероле һәм заказлы хат менән ебәрелә. Ебәреүсе посылканың йәки хаттың барып етеүен трек-һаны буйынса Рәсәй почтаһы сайтында урынлаштырылған интернет-бит хеҙмәтендә күҙәтә ала. Заказ һаны квитанцияла яҙыла.
«Ҡыш бабайҙан ҡотлау» хеҙмәтенең хаҡы һайланған бүләккә бәйле, 130 һумдан алып 1200 һумға тиклем булыуы мөмкин. Клиенттарға уңайлы булһын өсөн почта операторҙары хеҙмәт өсөн түләүҙе почта бүлексәһендә йәки «Яндекс.Деньги» түләү системаһында түләү мөмкинлеге бирә. Заявкалар 23 декабргә тиклем ҡабул ителәсәк, ә яңы йыл ҡотлауҙарын һәм бүләктәрен адресаттарға 1 декабрҙән тарата башлаясаҡтар. Ҡотлауҙарҙы Яңы йылға тиклем мотлаҡ еткереү өсөн заказды 3 декабргә тиклем рәсмиләштерергә һәм түләргә кәңәш ителә. 2012 йылда республика халҡы алты меңдән ашыу «Ҡыш бабайҙан ҡотлау» заказын рәсмиләштергән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика