12:55 (UTC+5), 25 Октября 2013

Призывниктарҙың ата-әсәләренә хәрби хеҙмәткә саҡырыу үҙенсәлектәре тураһында һөйләнеләр

Людмила Терновая
Өфөлә, Өфө ҡала округы ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты һәм Баш ҡала йәштәрен патриотик рухта тәрбиәләү үҙәге ойошторған, «Ышаныс телефоны» аша хәрби хеҙмәткә саҡырыу йәшендәге егеттәргә, уларҙың ата-әсәләренә һәм туғандарына социаль һәм мәғлүмәти ярҙам күрһәтеү буйынса йыл һайын үткәрелә торған «Көҙгө саҡырылыш» акцияһы уҙҙы.
Һорауҙарға БР хәрби комиссариатының Өфөнөң Октябрь һәм Совет райондары буйынса бүлегенең граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлексәһе начальнигы Рифат Ғиззәтуллин яуап бирҙе, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.
Акция барышында 20 шылтыратыу ҡабул ителгән. Өфө ҡалаһы халҡы ла, республиканың ҡала һәм райондарында йәшәүселәр ҙә әүҙем ҡатнашты. Призывниктарҙың ата-әсәләре һәм туғандары шылтыратты. Һорауҙар йышыраҡ хәрби хеҙмәттән кисектереү алыу, РФ Ҡораллы Көстәр сафына һайлап алыу критерийҙары, саҡырыу йәшен оҙайтыу, хеҙмәт итеү ваҡытын арттырыуға ҡағылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика