10:04 (UTC+5), 25 Октября 2013

Иң яҡшы кадровиктарҙың исемдәре аталды

Розалия Валеева
БР Президенты Хакимиәтендә йома, 25 октябрҙә, «Кадровик-профессионал-2013» өсөнсө республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте .
Конкурста Өфө, Учалы, Бөрө, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Белорет ҡалалары, Иглин һәм Краснокама райондарының кадрҙар буйынса төп белгестәре ҡатнашты. Конкурста ҡатнашыуға бөтәһе 70 кеше заявка биргәйне. Дүрт номинация булды: «Кадрҙар эш башҡарыуы», «Персонал менән идара итеү», «КонсультантПлюс белешмә хоҡуҡ системаларында хоҡуҡ мәғлүмәте эҙләү», «Хәҙерге заман дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт».
«Персонал менән идара итеү» номинацияһында беренсе урынды «Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең хеҙмәтте ойоштороу һәм нормалаштырыу инженеры Дарья Мамаева, «Кадрҙар эш башҡарыуы» номинацияһында беренсе урынға һәм Гран-приға «Витязь» машиналар эшләү компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең (Ишембай) кадрҙар әҙерләү буйынса төп инженеры Елена Лазарева лайыҡ булды.
Яңауыл районы хакимиәтенең муниципаль хеҙмәт һәм кадрҙар эше секторының төп белгесе Эльвира Абдуллина «Хәҙерге заман дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт» номинацияһында еңеүсе булды.
«Респект» хоҡуҡ компанияһы тарафынан ойошторолған «КонсультантПлюс белешмә хоҡуҡ системаларында хоҡуҡ мәғлүмәте эҙләү» номинацияһында Белорет май-сыр комбинатының юрисконсульты һәм кадрҙар буйынса инспекторы Юлия Ҡәнәфина иң яҡшы тип танылды.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика