08:17 (UTC+5), 25 Октября 2013

Хәйҙәр Вәлиев Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә республикала парламент һайлауҙары хаҡында һөйләне

Людмила Терновая, Мәүлиҙә Яҡупова
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев Рәсәй Федерациһы субъекттарының һайлау комиссиялары рәйестәре менән «Һайлауҙар һәм йәмғиәт» Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә республикала парламент һайлауҙарын ойоштороу һәм үткәреү, сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре менән үҙ-ара эш алып барыу тураһында доклад менән сығыш яһаны. БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе эш нескәлектәре һәм һуңғы ваҡыттағы ҡаҙаныштар тураһында һөйләне.
Шулай уҡ Мәскәү ҡала һайлау комиссияһы рәйесе Валентина Горбунова, Төмән өлкәһе һайлау комиссияһы рәйесе Игорь Халин, Карелия Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Алексей Бахилин һәм башҡалар үҙ эш һөҙөмтәләре хаҡында хәбәр итте.
Кәңәшмәне асып, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуров, ултырыштың төп бурысы — эштәге етешһеҙлектәрҙе баһалау һәм һайлау системаһындағы проблемаларҙы хәл итеү юлдарын билдәләү, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Үҙ докладында ул хәҙерге ватан һайлау системаһын үҫтереүҙең төп этаптарын яҡтыртты. Атап әйткәндә, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының аяҡҡа баҫыу этаптары, һайлауҙар тураһында закондарҙағы үҙгәрештәр, һайлау системалары өлкәһендә халыҡ-ара хеҙмәттәшлектең үҫеше тураһында һөйләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика