07:27 (UTC+5), 24 Октября 2013

Хәйҙәр Вәлиев Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы эше тураһында һөйләйәсәк

Людмила Терновая
Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы үткәргән «Һайлауҙар һәм йәмғиәт» Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә ҡатнаша. Кәңәшмә 24-25 октябрҙә Мәскәүҙә үтә. Унда Рәсәй субъекттары һайлау комиссиялары рәйестәренән тыш, Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте, Рәсәй Хөкүмәте, РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы һәм Федерация Советы, Конституция суды, Юғары суд һәм РФ Генераль прокуратураһы, федераль башҡарма власть органдары, сәйәси партиялар, РФ Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре ҡатнаша .
Кәңәшмәлә Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуров, уның урынбаҫарҙары Станислав Вавилов һәм Леонид Ивлев, Комиссия секретары Николай Конкин, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы, ағзалары, субъекттар һайлау комиссиялары рәйестәре сығыш яһаясаҡ. Шул иҫәптән Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев та
Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә ҡатнашыусыларға электрон тауыш биреү өсөн яңы комплекс өлгөһө күрһәтеләсәк, тип хәбәр иттеләр БР Үҙәк һайлау комиссияһында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика