12:05 (UTC+5), 24 Октябрь 2013

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы көнө билдәләнә

Арина Рәхимҡолова
Бөгөн Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы (БМО) көнө билдәләнә. 1945 йылдың 24 октябрендә был ойошманың ул саҡта 51 дәүләт вәкилдәре ҡул ҡуйған Уставы көскә инә. Шул саҡтан был дата бөтә донъяла БМО көнө булараҡ билдәләнә. Икенсе Бөтә донъя һуғышы йомғаҡтары буйынса киләсәктә бындай фажиғәләргә юл ҡуймау маҡсатында булдырылған был ойошма тыныслыҡты нығытыуға һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә булышлыҡ итә. БМО составына бөгөн 190-дан ашыу дәүләт инә.
Йылдан-йыл БМО үҙ эшмәкәрлеге даирәһен киңәйтә бара. Мәҫәлән, БМО-ның ҡораллы бәрелештәр кисергән дәүләттәргә ярҙам итеү эшен юлға һалыусы Донъя ҡоролошо буйынса комиссияһы төҙөлдө һәм әүҙем эшләй башланы. Бер нисә йыл элек ойошторолған Кеше хоҡуҡтары буйынса совет та мөһим роль уйнай, ә күптән түгел БМО составында ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтары менән шөғөлләнеүсе тағы бер яңы структура барлыҡҡа килде.
Башҡортостан Республикаһы Рәсәйҙең БМО һәм уның махсуслаштырылған подразделениелары — ЮНЕСКО, ЮНИДО һәм ПРООН программалары буйынса эшләүсе иң әүҙем субъекттарының береһе. Республиканың ЮНЕСКО менән хеҙмәттәшлеге сиктәрендә 2008 йылда һәм быйыл Парижда ЮНЕСКО штаб-квартираһында Башҡортостанды презентациялау үткәрелде, БР Хөкүмәте менән ЮНЕСКО араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ошо килешеү нигеҙендә республикала мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт өлкәһендә күп кенә ижтимағи мөһим проекттар тормошҡа ашырылды.
ЮНИДО-ның Башҡортостан буйынса интеграцияланған программаһы сәнәғәткә ярҙам итеүгә, инвестициялар йәлеп итеүгә, тирә-яҡ мөхит торошона контроллек алып барыуға йүнәлтелгән. ЮНИДО эксперттарын йөлеп итеп, республикала күп кенә ҙур сәнәғәт проекттары бойомға ашырылды.
Шулай уҡ тиҫтә йылдан артыҡ Башҡортостан Рәсәйҙә БМО-ның Үҫеш программаһы вәкиллеге менән хеҙмәттәшлек итә. Был Программаға ярашлы 2009 йылда Рәсәйҙәге төбәктәрҙән беренсе булып Башҡортостанда берлектәге уникаль хеҙмәт — Кешелек потенциалын үҫтереү тураһында доклад баҫтырып сығарыла.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика