10:39 (UTC+5), 23 Октябрь 2013

Һәр спорт объекты мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе лә күҙ уңында тотоп төҙөлөргә тейеш

Арина Рәхимҡолова
Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова Сочиға эш сәфәре барышында сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн «Пара-Арт» III Асыҡ мәҙәниәт һәм спорт фестиваленә барҙы.
Фестивалдә ҡатнашыусыларға тәбрикләү сығышында депутат бындай сараларҙың мөһимлеген һәм зарурлығын билдәләне. Бындай осрашыуҙар ҡатнашыусыларҙа үҙ көсөнә ышаныс уята һәм йәмәғәт тормошоноң төрлө өлкәләрендә үҙен күрһәтеү мөмкинлеге бирә.
— Беҙ, мөмкинлектәре сикләнгән кещеләр, ысынында иһә күп нәмәгә һәләтлебеҙ. Үҙ миҫалымда мин спортта ла, эштә лә бөтә нәмәгә өлгәшеп булыуын иҫбатланым. Хәҙерге бөтә шарттар тыуҙырылған заманда күп нәмә үҙебеҙҙең әүҙемлеккә бәйләнгән. Бындай фестивалдәр яңы дуҫтар һәм фекерҙәштәр табыу өсөн яҡшы майҙансыҡ булып тороуына ла ышанам, — тине Рима Баталова.
Шулай уҡ эш сәфәре сиктәрендә данлыҡлы спортсы һәм депутат тиҙҙән XXII Олимпия һәм XI Паралимпия уйындары үтәсәк спорт ҡоролмаларын да барып ҡараны. Объекттарҙы ҡарағанда Рима Баталова ундағы мөхиткә ҙур иғтибар бирҙе. Ул, юғары ҡаҙаныштар спорты өсөн дә, шулай уҡ күмәк спорт өсөн дә төҙөлгән һәр спорт объекты мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ҙә файҙалана алырлыҡ булырға тейеш, тип билдәләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика