Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.76
-0.38
93.67
+1.45
66.82
+0.56
19+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Октябрь 2013, 13:00

Төбәк халҡы торлаҡ алыуға сиратын үҙ аллы тикшерә ала

Республика граждандары хәҙер Интернет селтәре аша торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булыусылар сифатында иҫәпкә ҡуйылған граждандар исемлегендә үҙ сиратын белә ала, тип хәбәр иттеләр БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында.
Хәҙерге ваҡытта Башҡортостан Республикаһы ҡала һәм район хакимиәттәре «Торлаҡ бинаһына мохтаж граждандарҙы иҫәпкә алыу» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһында төрлө федераль һәм республика торлаҡ программаларында ҡатнашыусы торлаҡҡа мохтаж булған граждандар иҫәбен алып бара.
Был системаға ярашлы «Граждандарға федераль һәм республика торлаҡ программаларында ҡатнашыу тураһында мәғлүмәт биреү» функцияһы эшкәртелде һәм тормошҡа ашырыла. Хакимиәт тарафынан йәшәгән урыны буйынса торлаҡҡа мохтаж тип танылған йәки шәхси йорт һалыу өсөн бер тапҡыр һәм бушлай ер участкаһы биреү өсөн иҫәпкә ҡуйылған һәр граждан муниципаль берәмек буйынса дөйөм исемлектә һәм үҙе ҡатнашҡан айырым торлаҡ программаһы буйынса үҙ номерын тикшерә ала.
Мәғлүмәтте Башҡортостан Республикаһы Социаль торлаҡ төҙөлөшө фонды сайтында алырға мөмкин. Мәғлүмәткә инеү рөхсәте алыу өсөн логин һәм паролде индерергә кәрәк, ә уларҙы йәшәгән урын буйынса урындағы үҙидара органдарында алырға мөмкин.
Автор:Розалия Вәлиева
Читайте нас: