04:42 (UTC+5), 21 Октября 2013

Рөстәм Хәмитов Архангел ауылы халҡын юбилей менән ҡотланы

Людмила Терновая, Эльмира Сабирова
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Архангел ауылының 260 йыллығы айҡанлы тантаналарҙа ҡатнашты. Архангел районы үҙәгендә бөгөн 6,5 мең самаһы кеше йәшәй – район халҡының өстән бер өлөшө.
— 260 — яҡшы һан. Йыйылып дөрөҫ эшләгәнһегеҙ. Һеҙҙең ауыл тарихы яҡшы билдәле. Край сәнәғәте тап ошонда башлана. Архангелдең ҡаҙаныштары, сағыу даталары байтаҡ. Унда тыуып үҫеүселәр араһында тормош юлы мәңге хәтерҙә ҡалырлыҡ шәхестәр бар. Мәҫәлән, Ҡөрьәндең ғәрәп теленән рус теленә беренсе тәржемәһе авторы, Ҡазан дини академияһы профессоры, шәрҡиәтсе Гордий Саблуков. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар – танк батальоны командиры, Советтар Союзы Геройы Иван Киселев, орденға лайыҡ снайпер Анна Чернова, подполье геройы Клавдия Абрамова, Өфөләге урамдарҙың береһе уның исемен йөрөтә, — тине, район Мәҙәниәт һарайы сәхнәһенән сығыш яһап, Рөстәм Хәмитов.
Бөгөнгөһө тураһында һөйләп, Президент, ауыл һәм район үҫеш яғынан бер аҙ ҡалыша, тип билдәләне.
— Архангел районы үҫешергә тейеш. Беренсенән, Өфө алыҫ түгел, икенсенән, һеҙҙә тәбиғәт матур, ул ял индустрияһын үҫтереү өсөн мөмкинлек бирә, — тине Рөстәм Хәмитов. — Киләһе мәсьәлә — ауыл хужалығы, һеҙҙең районға тап ошо йүнәлеш ҡулай.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ Архангел районында демографик күрһәткестәрҙең түбән булыуына иғтибар йүнәлтте. Республика етәксеһе, өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе дөрөҫ билдәләп, булған ресурстарҙы оҫта файҙаланырға кәрәк, тине.
— 2012 йылда Архангел районы насар эшләмәне, быйыл да күрһәткестәр яҡшы ғына. Һеҙ мал аҙығы әҙерләү буйынса алда бараһығыҙ, — тип өҫтәне Президент.
Рөстәм Хәмитов был юлы үҙе ҡараған объекттар тураһында ла маҡтап телгә алды.
— Райондың үҫеше унда йәшәүселәр ҡулында. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, үҫеш туҡтап ҡалмаһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, — тине Президент.
Тантаналы йыйылышта Рөстәм Хәмитов ауыл халҡына юғары дәүләт наградалары тапшырҙы.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика