06:31 (UTC+5), 21 Октября 2013

Мәскәүҙәге «Башҡортостан яҡташтар берлеге» етәксеһе миҙал менән наградланды

Әлим Фәйезов
Мәскәүҙә теркәлгән «Башҡортостан яҡташтар берлеге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Тәлғәт Хурамшин «Урындағы үҙидараны үҫтергән өсөн» миҙалы менән наградланды. Был награда уға Мәскәү ҡалаһының Яҡташтар ассоциацияһы советының сираттағы ултырышында тапшырылды. Ассоциация составына 40-тан ашыу йәмәғәт берекмәһе инә, тип хәбәр ителә РФ Президенты ҡарамағындағы БР Тулы хоҡуҡлы Вәкиллеге сайтында.
«Москвич» асыҡ акционерҙар йәмғиәте мәҙәниәт үҙәгендә үткән ултырышта шулай уҡ «Башҡортостан яҡташтар берлеге» төбәк йәмәғәт ойошмаһын Мәскәү ҡалаһының Яҡташтар ассоциацияһы составына индереү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Ултырышта баш ҡала яҡташтар берекмәләре вәкилдәренән тыш, Мәскәү Хөкүмәтенең Төбәк-ара хеҙмәттәшлек, милли сәйәсәт һәм дини ойошмалар менән бәйләнештәр департаменты етәксеһенең беренсе урынбаҫары Юрий Нуждин һәм Рәсәй муниципаль Академияһы президенты Владимир Зотов ҡатнашты. Осрашыуҙа берекмәләрҙең ағымдағы эш мәсьәләләре, ассоциацияның киләсәккә пландары тикшерелде. Күп кенә берекмәләр етәкселәре төрлө номинацияла Почет грамоталары менән наградланды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика