07:55 (UTC+5), 21 Октябрь 2013

Өфөлә Имамдарҙың квалификацияһын күтәреү үҙәге асылды

Арина Рәхимҡолова
Өфөлә Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты базаһында Волга буйы федераль округы имамдарының квалификацияһын күтәреү буйынса курстар асылды.
— Волга буйы дини эшмәкәрҙәренең квалификацияһын күтәреү буйынса Үҙәк асыу тураһында ҡарар быйыл май айында Өфөлә Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабичтың округ мосолмандары дини назараттары етәкселеге менән үткәргән кәңәшмәһендә ҡабул ителгәйне. Уҡытыу программаһына 72 уҡыу сәғәте индерелгән, шуның 36-һы — теологияға, 36-һы гуманитар һәм дини фәндәргә бүленгән. Рәсәй ислам университеты уҡытыуҙы М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән берлектә алып барасаҡ. Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин раҫлаған тейешле программа ла төҙөлгән, — тине Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты ректоры Ринат Раев.
— Бөгөн йәштәр менән күп эштәр алып барыла, экстремизм күренештәренә юл ҡуймау буйынса саралар үткәрелә. Шуға күрә имамдарҙың белем кимәле юғары булырға тейеш, уларға Ҡөрьәнде лә, дини ҡанундарҙы ла, психологияны ла белергә кәрәк, — тип билдәләне Тәлғәт Тажетдин.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика