12:07 (UTC+5), 21 Октября 2013

Өфөлә ашнаҡсылар һәм кулинарҙар һөнәри байрамдарын билдәләй

Арина Рәхимҡолова
Бөгөн Өфөлә ашнаҡсылар һәм кулинарҙар үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй. Төп тантана Ҡала Мәҙәниәт һарайында уҙа.
Бөтә донъяла Ашнаҡсылар көнө бер көн алда – 20 октябрҙә билдәләнде. Халыҡ-ара дата 2004 йылда Бөтә донъя кулинарҙар йәмғиәте ассоциацияһының инициативаһы менән булдырыла. Был ойошма составына төрлө илдәрҙән һигеҙ миллион ашнаҡсы һөнәре вәкилдәре инә. Халыҡ-ара ашнаҡсылар көнө 70 илдә киң күләмле байрам сараһына әүерелгән.
Рәсәйҙә кулинария фән булараҡ 18-се быуатта үҫешә башлай. Был туҡланыу предприятиеларының таралыуы менән бәйләнгән. Тәүҙә корчма, һуңынан трактирҙар һәм ресторандар. Беҙҙең илебеҙҙә беренсе кулинария кухняһы 1888 йылда Петербургта асыла.
Башҡортостанда бындай ҙур күләмле байрам беренсе тапҡыр уҙғарыла. Киләһе йылдарҙа байрамды йыл һайын үткәрергә планлаштыралар.
Сара программаһына профессиональ һәм һәүәҫкәр мастер-кластар үткәреү, стратегик инициативалар директоры Джозеф Монастеронан (Joseph Monastero) CendallCollege уҡытыу программаһын (Чикаго, АҠШ) презентациялау, сәй клубының өлгө эше, профессиональ хеҙмәткәрҙәр араһында ҡунаҡсыллыҡ өлкәһендә конкурстар, сағыу шоу-программа, күргәҙмәләр инә.
Байрам концерт менән тамамланасаҡ, унда йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре сығыш яһаясаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика