05:03 (UTC+5), 18 Октября 2013

Иглин районы Үктәй ауылы халҡы «Айыҡ ауыл-2013» конкурсында ҡатнаша

Арина Рәхимҡолова
Иглин районында «Айыҡ ауыл-2013» республика конкурсында Үктәй ауыл Советының биш ауылы ҡатнаша. Конкурс шарттары ярайһы уҡ ҡаты булыуға ҡарамаҫтан, урындағы властар һәм халыҡ үҙе айыҡлыҡты йәшәү нормаһы итеүгә әүҙем ынтыла. Эскелек сиренә дусар булыусыларға ярҙам итеү, йәштәрҙә араҡыға ҡарата ерәнеү тойғоһо уятыу, йәшерен “йәшел йылан” ағыуы етештереүселәргә түҙеп торғоһоҙ шарттар булдырыу, магазиндарҙа спиртлы эсемлектәр һатыуҙы сикләү, ә ҡайһы бер урында бөтөнләй тыйыу – бына йәмәғәтселектең, мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының, хоҡуҡ һаҡлау һәм урындағы үҙидара органдарының эш йүнәлештәре.
«Айыҡ Башҡортостан» Төбәк йәмәғәт хәрәкәтендә һөйләүҙәренсә, конкурста ҡатнашыу сиктәрендә Үктәй ауылы халҡы яңы спорт майҙансығы төҙөү теләген белдерҙе. Объектты асыуҙа йөш спортсылар сығыш яһаны. Был спорт майҙансығын төҙөү һөҙөмтәһендә бөгөн популяр булған Street Workout менән урындағы йәштәр ҙә шөғөлләнә аласаҡ. Ә һәр ял көндәрендә бында уларҙың өлкән иптәштәре килә һәм үҫмерҙәр менән күнекмәләр үткәрә. Федан Сәйфетдинов был объектты төҙөү инициаторҙарының береһе булды. Егет, был хәҙерге үҫеп килеүсе быуынға дөрөҫ юл һайларға, тәмәке тартыуҙан һәм спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙан баш тартырға ярҙам итәсәк, тип иҫәпләй.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың 38 районынан бөтәһе 70 ауыл биләмәһе «Айыҡ ауыл-2013» республика конкурсында ҡатнаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика