07:42 (UTC+5), 18 Октября 2013

БР Мәғарифты үҫтереү институты 80 йыл уҡыта һәм уҡый

Дмитрий Слезин
БР Мәғарифты үҫтереү институты үҙенең 80 йыллыҡ юбилейын билдәләй. «Башинформ» агентлығында был юғары уҡыу йортоноң ректоры Рәмил Мәзитов ҡатнашлығында тантаналы сараға бәйле матбуғат конференцияһы үтте. Унда Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү ситемаһында БР Мәғарифты үҫтереү институтының роле билдәләнде.
Рәмил Мәзитовтан тыш матбуғат конференцияһында ректорҙың хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса ярҙамсыһы Сергей Лысов, педагогика кафедраһы мөдире, педагогика фәндәре кандидаты Эльвира Ижбулатова һәм башланғыс белем биреү методикаһы һәм теорияһы кафедраһы мөдире Сергей Пичугин ҡатнашты.
- Бөгөн беҙҙә 22 октябргә планлаштырылған тантаналы сараға бәйле әҙерлек эштәре әүҙем бара. Мәғарифты үҫтереү институты, халыҡҡа белем биреү өсөн кадрҙарҙың квалификацияһын күтәреү институты булараҡ, 1933 йылда ойошторолған, — тип һөйләне Рәмил Мәзитов. — Бөгөн институт эшмәкәрлеге 13 кафедра, туғыҙ үҙәк һәм дүрт бүлекте тәьмин итә. Беҙҙең юғары уҡыу йорто диуарында квалификацияны күтәреүгә ихтыяж йылдан-йыл арта бара. Былтырғы уҡыу йылында беҙҙә дәүләт тарафынан билдәләнгән 13820 кеше урынына 23 меңдән ашыу кеше уҡыны. Был курстарҙың кәрәкле һәм актуаль булыуы тураһында һөйләй. Бөгөнгө көндә икенсе быуын федераль дәүләт белем биреү стандарттары, дини мәҙәниәт һәм этика нигеҙҙәре, мәғлүмәт технологиялары, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм һәләтле уҡыусылар менән эшләү буйынса курстар айырыуса көнүҙәк. Институттың эшмәкәрлеге төрлө яҡлы һәм беҙ республиканың белем биреү системаһында үҙебеҙҙең ролебеҙҙе һәм барлыҡ яуаплылығыбыҙҙы аңлап торабыҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәмил Мәзитов.
- Минең уйлауымса, институбыҙҙың төп бурысы – һәр бер уҡытыусыға һәм методисҡа ярҙам итеү, — тип иҫәпләй Эльвира Ижбулатова. — Сөнки уҡытыусы һөнәре кешегә билдәле бер бурыс йөкмәтә. Беҙҙең уҡытыусыға уны яратып, көтөп һәм һәр саҡ ярҙам итергә әҙер торған урын кәрәк. Хәҙер уҡытыусының эше бигерәк тә ауыр. Сөнки хәҙер замана ла, ғөрөф-ғәҙәттәр ҙә башҡа, әммә балаларға өлгө булырлыҡ кеше булып ҡалырға кәрәк. Шуға күрә лә тәрбиә үҙәктәрендә, өҫтәмә белем биреү системаһында тәрбиә йүнәлешендә бик күп нәмәләр эшләйбеҙ. Мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән эшләүҙе айырым билдәләп үтергә кәрәк, сөнки улар айырыусы ярҙамға мохтаж.
Юғары уҡыу йортоноң үҙенсәлектәре тураһында Сергей Лысов һәм Сергей Пичугин һөйләне. Институт диуарында уҡытыусылар дәреслек авторҙары менән осрашып, үҙҙәрен борсоған һорауҙар биреп, фекер алыша ала.
- Институтыбыҙ республиканың белем биреү өлкәһендә төп йүнәлеш бирә һәм беҙ был планканы юғары тоторға тырышабыҙ, — тип билдәләне Рәмил Мәзитов.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика