11:27 (UTC+5), 16 Октября 2013

16 октябрь – анестезиологтарҙың һөнәри байрамы

Арина Рәхимҡолова
16 октябрҙә Бөтә донъя анестезиологтар көнө билдәләнә. Был көндө медиктар был профессияны булдырыусы – Томас Мортонды иҫкә алалар, ул 160 йыллап элек беренсе тапҡыр анестезия ҡуллана – эфир наркозы аҫтында стоматологик операция эшләй. Мортон һәм эфир ҡулланырға кәңәш итеүсе уның уҡытыусыһы, табиб һәм химик Чарльз Джексон наркозды уйлап табыусылар һәм беренсе анестезиологтар тип таныла.
Анестезияны уйлап табыу XIX быуаттағы иң мөһим асыштарҙың береһе, ул медицина тикшеренеүҙәрен һиҙелерлек алға ебәрергә, операциялар яһау өсөн яңы алымдар уйлап сығарырға һәм бик күп кешеләрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итә. Башта хирургияның бер өлөшө булып торған анестезия ваҡыт үтеү менән үҙ аллы фән булып бүленә. Хәҙер ул клиник медицинаның айырым өлкәһе булараҡ, хирургик операциялар барышында ауыртыуҙы баҫыу, шулай уҡ реанимация саралары үткәреү, дауалау маҡсатында анестетиктарҙы ҡулланыу кеүек мөһим мәьәләләрҙе хәл итә. Бөгөн бер ҡатмарлы һәм ауыр хирургик операцияны ла анестезиолог-табиб ҡатнашлығынан тыш күҙ алдына килтереп булмай.
Беҙҙең илдә Анестезиолог һәм реаниматологтар федерацияһы 1992 йылдан алып эшләй. Ул Рәсәйҙең 56 төбәк ойошмаларын берләштерә. Федерацияның төп маҡсаты – ватан анестезиологияһын һәм реаниматологияһын үҫтереүгә булышлыҡ итеү, профессиналь консолидация, шулай уҡ анестезиолог һәм реаниматолог белгестәре араһында гуманитар бәйләнештәрҙе нығытыу һәм үҫтереү.
Башҡортостан Республикаһының анестезиология- реаниматология хеҙмәте 50 йыллыҡ тарихҡа эйә. Былтыр юбилейға ҡарата Өфөлә республика анестезиолог-реаниматологтарының ғилми-ғәмәли конференцияһы уҙҙы. Белгестәр анестезиологиялағы көнүҙәк мәсьәләләрҙе ҡараны, республикала хеҙмәттең үҫеш перспективаларын тикшерҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика