12:12 (UTC+5), 14 Октябрь 2013

Өфөлә ауырыу балаларға ярҙам итеү маҡсатында донорлыҡ автоярышы уҙасаҡ

Эльмира Сабирова
Өфөлә, 19 октябрҙә, Республика балалар клиник дауаханаһының онкогематология бүлексәһенең бәләкәс пациенттары өсөн ҡан бирергә була. Был көндө «Юғалтыуҙар юҡ» («Потерь нет») ҡаты ауырыған балаларға ярҙам күрһәтеү хәйриә фонды, UTV ҡала телеканалында «102RUS» автомобиль телепроекты һәм Республика ҡан биреү станцияһы сираттағы «АвтоМотоДонор» тигән акция уҙғара.
- Тромбоциттар донорлыҡ проекты ҡаты онкогематологик ауырыуҙар менән көрәшеүселәргә бик кәрәкле. Күпме аҡса йыйған хәлдә лә, әгәр донор ҡаны булмаһа, бала үләсәк. Ҡан биреү – гематологик ауырыуҙар менән сирләгәндә үҙенсәлекле терапияның бер төрө, унһыҙ сирле ике йәки өс ай эсендә үлә. Лейкоздың үтә лә ауыр осоронда елек майы тик ауырыу күҙәнәктәр генә бүлеп сығара, һәр бер химиотерапия курсынан һуң өс аҙна дауамында ҡан күҙәнәктәре бүленмәй, һәм пациентҡа ҡан бирергә кәрәк: ҡайһы берәүҙәргә аҙнаһына бер тапҡыр, икенселәренә – көн һайын, – тип һөйләй «Юғалтыуҙар юҡ» ҡаты ауырыған балаларға ярҙам күрһәтеү хәйриә фонды етәксеһе Радмила Сурначева
Автомобилселәр Өфө моторҙар эшләү берекмәһе Мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда 8 сәғәт 30 минутта йыйыла. Үҙең менән паспорт алыу мотлаҡ. Колонна бөтә ҡала буйлап Батыр урамы, 41/1 адресы буйынса урынлашҡан Республика ҡан тапшырыу станцияһына тиклем уҙасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика