08:00 (UTC+5), 10 Октября 2013

Рөстәм Хәмитов: «Ҡаҙағстан беҙҙең өсөн бөтә яҡтан ҡарағанда ла бик перспективалы партнер»

"Башинформ"
9 октябрҙә Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы – Астанала эшлекле даирәләр алдында Башҡортостанды презентациялау үткәрелде. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Презентацияла ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы, уның күп милләтле халҡы исеменән сәләмләп, Рөстәм Хәмитов, һуңғы йылдарҙа Ҡаҙағстанға республика рәсми делегацияһының был беренсе эш сәфәре, тип билдәләне. Ҡаҙағстандың вице-премьеры, премьер-министры менән осрашыуҙар барышында, беҙҙең республика менән Ҡаҙағстан араһында бөтә йүнәлештәрҙәге бәйләнештәрҙе әүҙемләштереү ваҡыты етте, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
- Беҙ барыбыҙ ҙа бынан алдағы ун йыллыҡтарҙа шаҡтай ҡатмарлы осорҙо үткәреп ебәрҙек. Ошондай ҙур һәм ҡеүәтле үҫеш һуңғы 10-15 йылда ғына башланғандыр, моғайын, интеграция, уртаҡ эшмәкәрлек мәле етте. Белеүебеҙсә, Ҡаҙағстанда бизнес бик әүҙем үҫешә. Динамика ҡайһы берҙә хайран ҡалдыра. Һәм беҙ бергә хеҙмәттәшлек итергә, өйрәнергә, күп йүнәлештәр буйынса бергәләп эшләргә теләйбеҙ, — тине БР Президенты.
Рөстәм Хәмитов республикалағы нефть тармаҡтарының үҫеше, нефть-химия эшкәртеү, нефть сығарыу тураһында һөйләне. Шул уҡ ваҡытта ул, «Башҡортостан Республикаһы преприятиелары һәм беҙҙә эшләүсе компаниялар үҙҙәренең киләсәген химия үҫешендә күрә. Химия – бөгөнгө производствоның нигеҙе, тип әйтергә була, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһының да», тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Президент Башҡортостанда ҙур халыҡ-ара форум үтеүе, ул шулай уҡ «Ҙур Химия» тип аталыуы хаҡында әйтеп уҙҙы.
һөйләшеүҙәр барышында уртаҡ төҙөлөш инфраструктуралары тураһында һүҙ алып барылды, атап әйткәндә, юлдар хаҡында.
- Ҡытай, Ҡаҙағстан һәм Рәсәйҙе тоташтырыусы мөһим юл — «коридорҙы» төҙөүҙә Ҡаҙағстандың ярҙам итергә әҙер булыуын ишетеү ҡыуандырҙы, — тип әйтте Рөстәм Хәмитов. – 250 километр оҙонлоғондағы юл участкаһы Башҡортостан Республикаһы аша үтә. Беҙ Ҡаҙағстан бизнесының был мөһим төҙөлөштә ҡатнашыуын теләр инек. Юл һалыныу менән, барыһы ла әүҙемерәк үҫешәсәк. Был һис шикһеҙ шулай. Ҡытай үҙенең юл участкаһын тамамлаған. Ҡаҙағстан был проектты 2015 йылдың аҙағына тамамлаясаҡ. Ә беҙ Рәсәй Федерацияһында яңы тотонабыҙ ғына. Ҡаҙағстан менән Башҡортостан араһында ышаныслы, заманса автомобиль бәйләнеше булһын өсөн тағы ла бер нисә йыл талап ителер, моғайын.
- Ҡаҙағстан беҙҙең өсөн һәр яҡлап бик перспективалы партнер, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. — Әлбиттә, төбәк-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтерергә кәрәк. Беҙҙә Павлодар өлкәһе делегацияһы эшләне. Беҙ был бәйләнештәрҙе үҫтерәсәкбеҙ. Беҙҙең унда кальцийлы сода сығарыу предприятиеһы төҙөү буйынса берлектәге проект ҡарала. Башҡортостан Республикаһы кальцийлы сода етештереү буйынса Рәсәйҙә беренсе урынды биләй. Беҙ монополистар булып һаналабыҙ. Беҙҙең «Башҡортостан сода компанияһы» Рәсәй Федерацияһындағы бер-нисә производствоны берләштерә. Улар барыһы ла беҙҙең корпорацияға ҡарай. Беҙ артабан да машиналар эшләү йүнәлешен үҫтерергә теләйбеҙ. Бөгөнгө презентация беҙгә партнерҙар табырға һәм араларҙы нығытырға булышлыҡ итер, тип уйлайбыҙ, - тине һүҙен йомғаҡлап республика башлығы.
1 из 6
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика