11:02 (UTC+5), 10 Октября 2013

Мәскәүҙең Садовое кольцоһы буйлап «башҡорт» троллейбусы йөрөнө

Фаягөл Йоносова
Әлим Фәйезов
Башҡортостан Республикаһы көнө алдынан Мәскәү үҙәге буйлап ғәҙәти булмаған, башҡорт орнаменттары менән биҙәлгән, музыкаль-экскурсия троллейбусы йөрөнө. Көн дауамында Садовое кольцо буйлап ул өс түңәрәк яһаны. Беренсе әйләнештә троллейбус быйыл Мәскәү юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән, мегаполис менән таныша башлаған, республиканың беренсе курс студенттарын ултыртты. Икенсе рейс пассажирҙары өлкәнерәк йәштәгеләр, Мәскәүҙә Башҡортостан яҡташтары ағзалары булды, ә өсөнсөлә – Мәскәү һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан Республикаһы студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы активистары. Күсмә экскурсион-музыкаль салонға әүерелгән был троллейбус, Мәскәүҙә республика яҡташтары тарафынан Республика көнөнә ҡарата әҙерләнгән ҙур программаның бер өлөшө булып торҙо.
Акция «Мәскәү — беҙҙең уртаҡ йортобоҙ» Мәскәү төбәк-ара фестивале сиктәрендә уҙҙы, 2013 йыл барышында Мәскәүҙә бер-бер артлы Рәсәйҙең 80-дән ашыу төбәгенән яҡташтар ойошмалары үҙҙәрен күрһәтте. Акцияның ойоштороусылары – Мәскәү ҡалаһы Хөкүмәтенең Төбәк-ара хеҙмәттәшлек, милли сәйәсәт һәм дини ойошмалар менән бәйләнеш департаменты, «МФКД «Стольный Град» автономиялы коммерция булмаған ойошмаһы, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкиллеге һәм «Башҡортостан яҡташтары» Мәскәү Төбәк йәмәғәт ойошмаһы.
Республика яҡташтарына ҡулланыуға биреп торолған автобус, берҙән, республиканың яҡташтар ағзаларына һәм студенттарына саҡырылған экскурсовод ярҙамында Мәскәү, уның мәҙәни иҫтәлекле урындары менән танышырға мөмкинселек бирҙе. Икенсе яҡтан, уның Өфөнөң һоҡланғыс фото күренештәре, Башҡортостандың мәҙәни һәм тәбиғи ҡомартҡыларының фотолары менән биҙәлеүе республика менән таныш булмағандарға уны танырға, ә Мәскәүҙә йәшәүсе яҡташтарға – бер-береһе менән аралашып, тыуған яҡты һағыныу тойғоһон бер аҙ баҫырға мөмкинлек бирҙе. Мәскәү һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан Республикаһы студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы активистары рейсы айырыуса хәтерҙә ҡалырлыҡ булды. Студенттар ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа уйнаны, күмәкләп туған телдә йырланылар, ә троллейбус салонындағы экранда Башҡортостандың һәм баш ҡалабыҙ – Өфөнөң видеопрезентацияһын ҡаранылар. Акция мәскәүҙәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, ә унда ҡатнашыусылар яҡшы, йылы тәъҫораттар алып, бер мәлгә үҙҙәренең бәләкәй ватанына ҡайтып килгәндәй хис иттеләр, тип хәбәр итте Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы активисы Фаягөл Йоносова.
«Башҡорт» троллейбусынан трансляция бөтә Садовое кольцо буйлап ишетелде – бөтә маршрут буйлап репродукторҙар аша ҡурай моңона ҡушылып Мәскәүҙә Республика көнөн үткәреү тураһында иғлан яңғыраны. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ул 12 октябрҙә Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәгенең 62-се павильонында, 11 сәғәттә башланып көн аҙағына тиклем дауам итәсәк. Павильонға килеүселәрҙе был көндө республика сәнғәт оҫталарының концерты көтә, улар араһында данлыҡлы композитор Рим Хәсәнов һәм популяр «Каруанһарай» төркөмө сығыштары, милли аш-һыуҙан ауыҙ итеү, иң бәләкәстәр өсөн башҡорт телендә бушлай йәнһүрәт сеансы, «Халыҡ ритайымы» программаһы, башҡортса дискотека, башҡорт сувенирҙары, китаптар, гәзиттәр һәм журналдар, ҡымыҙ, милли ашамлыҡтар һатыу йәрминкәһе ҡаралған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика