04:54 (UTC+5), 10 Октября 2013

Өфө күҙ ауырыуҙары институты директоры EURETINA дипломына лайыҡ булды

Эльмира Сабирова
Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты директоры профессор Мөхәррәм Бикбов иң танылған Европа офтальмологтар ассоциацияларының береһе — EURETINA Европа витреоретиналь белгестәр йәмғиәтенең XIII конгресы дипломанты булды. Уны офтальмологияға индергән хеҙмәт өлөшө, Кәнсығыш менән Көнбайыш араһында фәнни һәм клиник хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә йүнәлтелгән күп йыллыҡ һәм уңышлы эшмәкәрлеге өсөн билдәләнеләр. Диплом һәм Тюбинген Университетынан (Германия) ҙур аҡсалата суммаға чекты EURETINA-2013 Конгресы Президенты профессор Гисберт Рихард тапшырҙы.
Европа симпозиумы Өфөнән тағы бер офтальмолог — Гүзәл Бикбованың эшен билдәләне. Уның Чиба (Япония) Университеты (уның менән Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге алып бара) менән берлектәге доклады инновацион фәнни эш өсөн грантҡа лайыҡ булды.
Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында хәбәр итеүҙәренсә, конгресс Гамбургта үткән. Йыл һайын ул бөтә донъянан дүрт меңдән ашыу офтальмолог һәм офтальмохирургтарҙы йыя. Быйылғы форум Йәмғиәт тарихында иң ҙуры булды: 98 илдән 4,5 меңдән ашыу селтәрле шекәрә патологияһы өлкәһендәге эксперттар һәм тикшеренеүселәр килде. Конгреста Рәсәй офтальмологияһы исеменән Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты делегацияһы сығыш яһаны. Әйтергә кәрәк, EURETINA фәнни программаһына Рәсәйҙән бөтәһе биш доклад ҡабул ителде, уларҙың өсөһөн Башҡортостандан ғалимдар презентацияланы.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика