04:20 (UTC+5), 09 Октября 2013

Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостанда экологик бысраҡ предприятиелар төҙөлмәйәсәк»

Галина Бахшиева
Башҡортостан территорияһында экологияны бысратыусы предприятиелар төҙөлмәйәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды, 8 октябрҙә, Өфөлә үткән IV төбәк-ара экологик форумда республика Президенты.
- Беҙ төҙөмәйенсә булдыра алмайбыҙ, сөнки был сәнәғәт производствоһын үҫтереү, граждандарыбыҙҙың көнкүрешен яҡшыртыу. Әммә, республикабыҙҙа нимә төҙөлһә лә, барыһы ла юғары экологик талаптарға тап киләсәк, - тип билдәләне үҙенең сығышында Рөстәм Хәмитов.
Бөгөнгә өҫтөнлөклө бурыстар иҫәбендә – «Химпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм Баймаҡ районындағы Семеновск алтын йыйыу фабрикаһы территорияларын таҙартыу. «Химпром»дың элекке хужалыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә кире антропоген һәм техноген йоғонтоһо арҡаһында боҙолған тәбиғәт системаларын тергеҙеүгә генә 4 миллиард һумдан ашыу аҡса кәрәк буласаҡ.
- Республикала бындай аҡса юҡ. Беҙ ике йыл дауамында «Тупланған экологик зыянды бөтөрөү» Федераль маҡсатлы программаһына эләгергә тырыштыҡ һәм быға ирештек, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. —«Химпром» дан тыш, уға Семеновск алтын йыйыу фабрикаһы индерелде. Был программаға үҙенең иҫкергән нефть сығарыу скважиналары фонды менән «Башнефть», шулай уҡ «Газпром нефтехим Салават»тың бер нисә объекты эләгер тип ышанабыҙ. Беҙ 10 миллиард һумға дәғүә итә алабыҙ. Республика территорияһында урынлашҡан предприятиеларҙа даими экологик мониторинг үткәреү – мөһим йүнәлештәрҙең береһе. Был йүнәлештә эштәр башланған да инде. Киләсәктә бындай мониторингтар төбәктең барлыҡ предприятиеларын солғап алырға тейеш, тигән маҡсат ҡуйҙы Башҡортостан Президенты.
8 октябрҙә Өфөлә уҙған төбәк-ара экологик форумда билдәләүҙәренсә, ҡурсаулы территорияларҙы һаҡлауға һәм үҫтереүгә лә етди иғтибар биреү мөһим. Республикала был эште халыҡ-ара тәжрибәне ҡулланып үҫтерергә кәрәк.
1 из 12
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика