Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
-0.36
98.56
-0.08
82.82
-0.85
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Октябрь 2013, 13:43

Башҡортостанда бишенсе Рәсәй сәйәсәте мәктәбенә һайлап алыу башланды

Башҡортостанда бишенсе Рәсәй сәйәсәте мәктәбенә һайлап алыу башланды. Был юлы инновацион инфраструктураға инвестициялар йәлеп итеү һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә арналған.
- Проект күп партнерҙар булышлығы менән бойомға ашырыла, шул иҫәптән Башҡортостан Хөкүмәте һәм ғилми йәмәғәтселек ярҙамында, – тип һөйләне «Башинформ» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында БР-ҙа бишенсе набор Рәсәй сәйәсәте мәктәбенең башҡарма директоры Рөстәм Моратов. – Әлегә спикерҙарҙың исемлеге төҙөлә.
Мәктәпкә һайлап алыу өс этаптан торасаҡ: анкета тултырыу, тест буйынса һынау һәм эшлекле уйын. Шул уҡ ваҡытта, нигеҙ булып резюме проекты ҡалырға тейеш – ул конкурстың төп элементы, тип билдәләне спикерҙар.
Бишенсе наборҙа уҡыу форматы элеккесә бушлай буласаҡ, мәктәпкә ҡыҙыҡһыныу арта бара.
Проект ойоштороусылары беренсе этапта 400-ләп анкета ҡабул итәсәк, шулар араһынан 35 кеше һайлап алынасаҡ. Республиканың йәш сәйәсмән-инноваторҙары араһында конкурста бер урынға 11 тирәһе кеше дәғүә итәсәк.
Алдағыларҙан айырмалы рәүештә бишенсе мәктәп нигеҙендә дискуссия майҙаны төҙөләсәк. Йәш сәйәсмәндәр менән фекер алышыуҙа Дәүләт Думаһы депутаттары, уңышлы бизнесмендар, йәмәғәтселәр, күренекле ғалим-инноваторҙар ҡатнашасаҡ. Мәктәп нигеҙендә фән, власть органдары һәм йәш инициативалы кешеләр симбиозы төҙөү планлаштырыла. Башҡарыусы директор әйтеүенсә, быға оҡшаш проект Түбәнге Новгородта уңышлы тормошҡа ашырыла. Шуға күрә ойоштороусылар проектта ҡатнашыусылар менән бер нисә телекүпер үткәрергә уйлайҙар.
- Рәсәй сәйәсәте мәктәбе – ул социаль новаторлыҡ идеяларын тормошҡа ашырыу маҡсатында креатив кешеләрҙе һәм власть вәкилдәрен берләштереүсе үҙенсәлекле күпер, – тип фекерләй БР президенты кәңәшсеһе Андрей Назаров. – Бер нисә аҙна эсендә кешеләр кәрәкле белем алыуға өҫтәп, яңы таныштар табасаҡ, былар барыһы ла ҡыҙыҡлы проекттарҙы бойомға ашырыуға ярҙам итәсәк.
«Берҙәм Рәсәй»ҙең Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе Альберт Мифтахов элекке йылдар сығарылыш уҡыусылары менән әүҙем эш алып барыуын билдәләне.
- Мәктәп тарҡалманы, был күп нәмә тураһында һөйләй. Атап әйткәндә, власть һәм йәш фән вәкилдәре менән хеҙмәттәшлектең ҡыҙыҡлы формаһы табылды, — тип иҫәпләй Альберт Мифтахов.
Белешмә. Башҡортостан Республикаһында Рәсәй сәйәсәте мәктәбе 2010 йылдың сентябрендә Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфө филиалы һәм Социаль-консерватив сәйәсәт үҙәге базаһында асыла. Уның маҡсаты – республиканың ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән проекттар тәҡдим итеп, уларҙы тормошҡа ашыра алған талантлы йәштәрҙе асыҡлау һәм үрләтеү.
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: