09:43 (UTC+5), 09 Октябрь 2013

Астанала Ҡаҙағстанда Башҡортостан көндәре асылды

Әлим Фәйезов
Бөгөн Астанала Ҡаҙағстанда Башҡортостан Республикаһы көндәре асылды, унда республиканың эшлекле даирәләре һәм фән вәкилдәре, рәсми кешеләр делегацияһы ҡатнаша.
«Өфө-2015» ШОС БРИКС офис-төркөмө» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Ҡаҙағстан Республикаһында Башҡортостан Республикаһы көндәре программаһында – ҡабул итеүсе яҡтың рәсми кешеләре, Ҡаҙағстан предприятиелары етәкселәре менән осрашыу һәм һөйләшеүҙәр.
Ике яҡлы сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек перспективаларын баһалау буйынса түңәрәк өҫтәл планлаштырылған, унда Башҡортостандың инвестиция, сәнәғәт һәм интеллектуаль потенциалы тәҡдим ителәсәк.
Шулай уҡ «КазМунайГаз» милли компанияһы акционерҙар йәмғиәтендә «Нефть һәм тәбиғи газ сығарыу, йөрөтөү һәм эшкәртеүҙә Ҡаҙағстан Республикаһының алдынғы технологиялары» буйынса фекер алышыу майҙансығы эшләйәсәк.
Бизнес вәкилдәре үҙҙәре ҡыҙыҡһынған предприятияларға һәм KAZENERGY VIII Евразия форумы сиктәрендә «Йәшел» технологиялар һәм инновациялар үҫеше» күргәҙмәһенә бара аласаҡ.
Ҡаҙағстанда Башҡортостан Республикаһы көндәре сиктәрендә Астанала «Ҡаҙағстан һәм Башҡортостан социаль майҙаны проблемалары һәм перспективалары» социологтарҙың түңәрәк өҫтәле үткәрелде.
Беҙҙең республика яғынан унда Өфө дәүләт авиация техник университеты, Ижтимағи-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институты, Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфө филиалы, шулай уҡ БР Фәндәр академияһының Гуманитар тикшеренеүҙәр институты, Башҡортостан Республикаһы профсоюз кадрҙарының квалификацияһын күтәреү институты профессорҙары ҡатнашты.
Ҡаҙағстандан Ҡаҙағстан Республикаһы социологтар ассоциацияһы, Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты Аппаратының стратегик эшкәртмәләр һәм анализлау үҙәге, Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт идара итеү академияһының этник-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе өйрәнеү үҙәге ғалимдары, Ҡаҙағстанда урынлашҡан илселек вәкилдәре ҡатнашты.
Ғилми форумда хәҙерге йәмғиәт тормошонан төрлө-төрлө аспекттар ҡаралды.
Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан социологтары киләсәктә этник үҙаң, милләт-ара толерантлыҡ һәм социаль структураларҙы үҫтереү кеүек уртаҡ ғилми проекттарҙы бергәләп тормошҡа ашырырға, тигән ҡарар ҡабул итте.
Астанала Башҡортостанды презентациялауҙың беренсе көнө М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары башҡарыуында Сыңғыҙ Айтматовтың «Аҡ пароход» пьесаһы буйынса спектакль менән тамамланды.
Ҡаҙағстанда Башҡортостан көндәре мәҙәни программаһында ғалимдар, сәйәсмәндәр, бизнесмендар, Ҡаҙағстанда йәшәүсе башҡорт диаспораһы вәкилдәре ҡатнаша, тип хәбәр иттеләр «Өфө-2015» ШОС БРИКС офис-төркөмө» матбуғат хеҙмәтенән.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика