Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Октябрь 2013, 17:01

9 октябрҙә Бөтә донъя почта көнө билдәләнә

Бөтә донъя почта көнө – йыл һайын билдәләнә торған халыҡ-ара байрамдарҙың береһе, 1969 йылда Бөтә донъя почта союзы тарафынан булдырылып, 9 октябрҙә билдәләнә.
1939 йылда Буэнос-Айреста уҙған Бөтә донъя почта союзы Конгресында йыл һайын 9 октябрҙә Бөтә донъя почта союзы көнөн билдәләргә тәҡдим ителә. Бөтә донъя почта союзы мәғлүмәттәренә ярашлы, халыҡ-ара почта үҙенең 6,8 мең клиенты телендә һөйләшә һәм донъяла иң оҙон почта ташыусы селтәр булып тора. Байрам шулай уҡ Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының бөтә донъя һәм халыҡ-ара көндәре системаһына ингән һәм донъяла почта хеҙмәтләндереүен үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға өндәй.
Рәсәйҙә РФ Президенты Указы менән 1994 йылда тағы ла бер байрам булдырылған – Рәсәй почтаһы көнө, хат ташыусылар уны июль айының икенсе йәкшәмбеһендә билдәләй.
Автор: Розалия Вәлиева
Читайте нас