Фән һәм техника өлкәһе ғалимдарына республика дәүләт премиялары тапшырылды
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов фән һәм техника өлкәһендә 2013 йылғы республика Дәүләт премияларын тапшырыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр иттеләр БР Президентының матбуғат хеҙмәтенән.
«Яҡшыртылған экологик характеристикалы автомобиль бензины алыу технологияһы» эше өсөн профессор, Нефть-химия эшкәртеү институтының баш технологы Ғүмәр Теләшевҡа; профессор, БР Фәндәр Академияһының ағза-корреспонденты, Өфө дәүләт нефть техник университетының нефть һәм газ технологияһы кафедраһы мөдире Арслан Әхмәтовҡа, ӨДНТУ-ның нефть һәм газ технологияһы кафедраһы профессоры Георгий Сидоровҡа премия лауреаты исеме бирелде.