07:54 (UTC+5), 08 Октября 2013

Башҡортостанға Польша экология делегацияһы килде

Галина Бахшиева
Башҡортостанға рәсми сәфәр менән Дәүләт урмандар дирекцияһының төбәк директоры Рышард Генрих Земблицки етәкселегендәге поляк делегацияһы килде.
Польша делегацияһы составында – Дәүләт урмандар дирекцияһы төбәк директоры урынбаҫары Цезарий Свистак, баш лесничийҙар Богдан Коленда, Хуберт Генрих Дондерович, Тадеуш Ежи Василевски һәм Дариуш Скирко.
Поляк делегацияһының сәфәре 11 октябргә тиклем дауам итәсәк, тип хәбәр иттеләр БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Сәфәрҙең төп маҡсаты – «Башҡорт Уралы» биосфера резерваты миҫалында айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияларын үҫтереү юҫығында тәжрибә уртаҡлашыу.
- Польшала тәбиғәтте һаҡлауҙың төрлө формалары тәҡдим ителгән, — тип һөйләне Рышард Генрих Земблицки БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Илдус Яхин менән осрашыуҙа. – Улар араһында ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән «Беловеж ҡара урманы» биосфера резерваты. Донъя кимәлендә уникаль был тәбиғәт объектының майҙаны 60 мең гектар тәшкил итә. Был сик аша тәбиғәт комплексы. Беҙ һеҙҙең менән ошо территорияны үҫтереү пландары менән уртаҡлашып, Башҡортостандың был өлкәлә туплаған тәжрибәһен өйрәнергә теләйбеҙ.
Делегация вәкилдәре хәбәр итеүҙәренсә, Польшала айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияларында экологик белем биреү һәм мәғариф мәсьәләләре менән әүҙем шөғөлләнәләр. Бының өсөн һәр ошондай территорияла башлыса мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн визит-үҙәктәр булдырыла.
Осрашыуҙа Илдус Яхин, Башҡортостан Экология министрлығы Польшаның тәбиғәтте һаҡлау ведомстволары менән конструктив хеҙмәттәшлек алып барыу менән күптән ҡыҙыҡһына һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә төрлө йүнәлештәрҙә хеҙмәттәшлек алып барырға әҙер, тине.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2013 йылдың апрелендә Дәүләт урмандар дирекцияһы (Польша) менән «Шүлгәнташ» дәүләт ҡурсаулығы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгәйне. Был документ Польша һәм Башҡортостан урман һәм тәбиғәтте һаҡлау ведомстволары вәкилдәре араһындағы тиҫтә йыллыҡ хеҙмәттәшлек тарихында сираттағы аҙым булып торҙо.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика