09:02 (UTC+5), 07 Октября 2013

Архитекторҙар һөнәри байрамдарын билдәләй

Андрей Старостин
Арина Рәхимҡолова
Бөгөн, 7 октябрҙә, Бөтә донъя архитектура көнө билдәләнә.
Башҡортостанда ҡалалар һәм ауылдарҙың тышҡы күренешен яҡшыртыуға, бөтә инфраструктураларҙы заманлаштырып, ғәжәйеп тарихи-мәҙәни, архитектура һәм тәбиғи ҡомартҡыларҙы һаҡлап ҡалыуға ҙур иғтибар бүленә.
Республикала проект институттары һөҙөмтәле эшләй, уларҙың ҡайһы берәүҙәре илдә ҙур абруй ҡаҙанған. Шулай уҡ Башҡортостан архитекторҙар һәм проектсылар йәмғиәте эшләп килә. Өфө дәүләт нефть техник университеты йыл һайын йәш архитекторҙар уҡытып сығара.
Был байрам Халыҡ-ара архитекторҙар союзы тарафынан ойошторолған. Тәүҙә 1955 йылда Халыҡ-ара архитекторҙар союзы йыйылышында был байрамды йыл һайын июль айының тәүге дүшәмбеһендә билдәләргә ҡарар ителә. Ә 1996 йылда Барселонда Халыҡ-ара архитекторҙар союзы үҙенең 20 йыллыҡ юбилейына йыйылғанда Генераль ассамблея Бөтә донъя архитектура көнөн октябрь айының тәүге дүшәмбеһендә билдәләргә тигән резолюция ҡабул итә. Халыҡ-ара архитекторҙар союзы Икенсе Донъя һуғышынан һуң булдырыла. Ул саҡта һуғыш эҙемтәләрен – емерелгән ҡалаларҙы, ауылдарҙы һәм сәнәғәт предприятиеларын аяҡҡа баҫтырыу проблемаһын хәл итеү уның маҡсаты булып тора. СССР Архитекторҙар Союзы Халыҡ-ара архитекторҙар союзын ойоштороусыларҙың береһе һәм уның эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашыусы булып тора. Хәҙер Халыҡ-ара архитекторҙар союзында йөҙләгән милли секциялар һәм миллиондан ашыу архитекторҙар иҫәпләнә.
Ғәҙәттә бөтә донъяла архитекторҙар үҙ һөнәри байрамдарында конференцияға йыйыла, унда үҙҙәренең ғәмәли эшмәкәрлеге шарттарын һәм һөҙөмтәләр тураһында фекер алыша, архитектура белеме проблемаларын ҡарай, ижади дискуссиялар ҡора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика