12:51 (UTC+5), 04 Октябрь 2013

Өфөлә бушлай бүләктәр йәрминкәһе – «Дармарка» уҙасаҡ

Галина Бахшиева
Шәмбе, 5 октябрҙә, Өфөлә сираттағы бушлай бүләктәр йәрминкәһе «Дармарка» уҙасаҡ, ойоштороусыһы – «ЭКА» ижтимағи «йәшел» хәрәкәте.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Дармарка»ның, йәки икенселәй аҡсаһыҙ Йәрминкәнең, ҡағиҙәһе ябай. Унда ҡатнашыусылар яҡшы һәм ҡыҙыҡлы әйберҙәр килтерә, ә алмашына китап, кейем, әйберҙәр, кәрәкле мәғлүмәттәр кеүек үҙҙәренә оҡшаған нәмәне һайлап алалар.
Бындай алмашыу әйберҙәргә яңы ғүмер бүләк итеп кенә ҡалмай, ә аҡса, етештереүгә көс һәм сара сарыф итеү кеүек сығымдарҙы кәметергә мөмкинселек бирә.
- Беҙҙең «Дармарка»лар һәр саҡ ыңғай һәм изгелекле. Рәсмиләштерелмәгән шарттарҙа төрлө-төрлө мәсьәләләр буйынса фекер алышабыҙ, яңы таныштар, яңы дуҫтар барлыҡҡа килә, шулай уҡ яңы ҡыҙыҡһыныуҙар, әйберҙәр һәм мәғлүмәттәр. Былар барыһы ла бушлай, - тип билдәләне Өфөләге аҡсаһыҙ йәрминкәнең координаторы Сергей Ширко.
Йола буйынса, «Дармарка» сиктәрендә бер нисә мастер-класс уҙасаҡ, унда төрлө ижади оҫталыҡҡа өйрәнеп буласаҡ. Улар араһында: карвинг, биҙәү йәки өҫтәлде сервировкалау, энә менән бәйләм бәйләү, традицион ҡытай һәм япон прическаларында ҡуланылған кандзаси-сәскә биҙәүестәрен эшләү кеүек мастер-класстар.
«Дармарка» Үҫмерҙәр китапханаһы бинаһында (Октябрь проспекты, 62/2) сәғәт 12-нән 15 сәғәткә тиклем уҙасаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика