05:44 (UTC+5), 03 Октября 2013

Йылдағы иң яҡшы башҡорт китабын һайлаясаҡтар

Эльмира Сабирова
Башҡортостанда «Йылдың иң яҡшы башҡорт китабы» VIII Республика конкурсы башланды. Уның маҡсаты — башҡорт китаптарын уҡыуға ылыҡтырыу, Бвшҡортостан яҙыусыларының һәм шағирҙарының ижади мираҫын өйрәнеү, китапханаларҙың башҡорт китабын пропагандалау буйынса инновацион эш тәжрибәһен өйрәнеү һәм таратыу, китапхана менән файҙаланыусылар араһында башҡорт авторҙарының иң уҡымлы китаптары рейтингын билдәләү.
Әхмәт-Зәки Вәлиди,исемендәге БР Милли китапханаһының фәнни-методика бүлегендә хәбәр итеүҙәренсә, конкурста һәр ваҡыттағыса һәр кем йөрөй алған китапханалар ҡатнаша.
Иң яҡшы китаптар өс номинацияла билдәләнәсәк: «Мөхәббәт, ғаилә, тоғролоҡ тураһында», «Башҡортостандың тәбиғәте тураһында» һәм «Бала саҡта иң яратҡан китап».
Шарттар буйынса конкурсанттар жюриға бер китапҡа, китаптар серияһына, йыйынтыҡҡа, авторға арналған һәм республикала һуңғы өс йылда нәшер ителгән видеороликтар (буктрейлерҙар — китап тураһында һөйләү, был китапты әле уҡымағандарҙы ҡыҙыҡһындырыу, китапты яратыуыңды белдереү ысулы) тәҡдим итә.
Заявкалар быйыл 15 ноябргә тиклем gilmanova@bashnl.ru электрон почтаһына ҡабул ителә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика