14:01 (UTC+5), 02 Октября 2013

Lada Samara етештереү быйыл декабрҙә туҡтатыла

Арина Рәхимҡолова
«АвтоВАЗ» Samara автомобилдәрен етештереүҙе тулыһынса туҡтата. Компания вәкилдәре белдереүенсә, машиналар 2014 йылдан тарихҡа китәсәк.
Lada-2115 седандары сығарыу былтыр йыл аҙағында туҡтатылғайны, быйыл июндә Тольяттиҙа өс ишекле хэтчбек Lada-2113-тө сығарыуҙы туҡтаттылар, ә быйыл декабрҙән Lada-2114 индекслы биш ишекле хэтчбек та сығарылмаясаҡ
Өфөләге рәсми дилер, был автомобилдәр һатыуҙа юҡ, әммә 14-се моделде һатып алырға теләүселәр, үҙ мәғлүмәттәрен ҡалдырып, автоүҙәккә мөрәжәғәт итә ала, тип хәбәр итә.
Тольятти етештереүсеһенең ҡарары турыһынса аҡланған, сөнки уҙған быуаттың 80-се йылдарында эшкәртелгән Samara автомобилдәренә талап ҡырҡа кәмене, хәҙер һатып алыусылар заманса Lada Granta йәки икенсе быуын Kalina автомобилдәрен алыуҙы өҫтөн күрә.. Бөгөн «АвтоВАЗ» заманса моделдәргә ставка яһай. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә яңыртылған Lada Priora автомобилен презентациялау үткәрелде. Уның салоны тулыһынса яңыртылған. Ә «люкс» версиялары өсөн яңы 106 ат көслө двигатель, курс тотороҡлолоғо системаһы, круиз-контроль, хәүефһеҙлек мендәрҙәре, мультимедия системаһы һәм башҡалар ҡаралған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика