12:14 (UTC+5), 01 Октябрь 2013

Башҡортостанға грипҡа ҡаршы беренсе партия вакцина килде

Андрей Старостин
Эльмира Сабирова
Башҡортостанға грипҡа ҡаршы бушлай прививкалар яһау өсөн вакциналарҙың беренсе партияһы килде. Был хаҡта шишәмбе,1 октябрҙә, «Комсомольская правда» гәзите редакцияһында үткән матбуғат конференцияһында Ҡулланыусылар хоҡуғын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендәге күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Евгений Степанов хәбәр итте.
- Әлеге ваҡытта республикаға 150 мең вакцина килде. Быйыл Башҡортостанда барлығы 1,1 миллион кешегә грипҡа ҡаршы прививка яһарға планлаштырылған. Федераль бюджет аҡсаһына, йәғни бушлай 800 мең кешегә яһаласаҡ, улар иҫәбендә 300 мең бала, - тип аныҡлыҡ индерҙе Евгений Степанов.
Төбәктә миҙгелле грипҡа ҡаршы вакцинациялау кампанияһы башланған. Тәү сиратта прививка мәктәпкәсә йәштәге балаларға, мәктәп уҡыусыларына, медицина хеҙмәткәрҙәренә, уҡытыусыларға, пенсионерҙарға ҡуйыласаҡ.
Республикаға ҡалған вакцинаны алдағы көндәрҙә килтереп еткерәсәктәр, тип ышаныс белдерҙе Евгений Степанов.
- Республика халҡының 25 процентына прививка эшләргә плаштырыла, былтыр был һан 23 процент тәшкил иткәйне, - тине Ҡулланыусылар хоҡуғын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендәге күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе.
Грипҡа ҡаршы вакцина алыу өсөн республика бюджетынан өс миллион һум аҡса бүленгән. Ошо аҡса иҫәбенә бюджет ойошмалары хеҙмәткәрҙәренә прививка эшләнәсәк.
Идара башлығы ҙур предприятие һәм ойошмалар етәкселәрен үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәренә вакцина ҡуйыу өсөн аҡса бүлеүҙәрен һораны.
Белгестәр фекеренсә, прививка ауырыуҙы алдан һөҙөмтәле иҫкәртә. Грипҡа ҡаршы Рәсәйҙә етештерелгән вакциналар сит илдекенән һис тә ҡалышмай, тип иҫәпләй эпидемиологтар. Вакцианның уртаса хаҡы – 200 һум. Быйыл етештерелгән вакцинаны ғына ҡуйҙырырға кәңәш ителә.
Грипҡа ҡаршы прививка яһалған кешеләрҙең 10 проценты ғына ауырый, эпидемиологтар инандырыуынса, улар ауырыуҙы еңел һәм өҙлөгөүһеҙ үткәрәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика