10:46 (UTC+5), 01 Октябрь 2013

1 октябрь – Рәсәй Ҡоро ер ғәскәрҙәре көнө

Арина Рәхимҡолова
1 октябрҙә Рәсәй Ҡоро ер ғәскәрҙәре көнө билдәләнә. Был һөнәри байрам РФ Президенты Указы менән 2006 йылда ҡабул ителә. Рәсәйҙең ҡоро ер ғәскәрҙәре дәүләт үҫешенең бөтә этаптарында дошмандарҙы еңеүҙә, милли мәнфәғәттәрҙе яҡлауҙа мөһим, ә ҡайһы берҙә хәл иткес роль уйнаны.
Армия подразделениеһы тарихы 16 быуат уртаһынан башлана. 1550 йылдың 1 октябрендә Рәсәй батшаһы Иван IV ҡабул иткән ҡарар Рәсәй регуляр армияһы ҡоролошонда һәм үҫешендә һынылыш ваҡиғаһы булып тора. Ул асылда иһә беренсе даими ғәскәр булдырыуға нигеҙ һала.
Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәрендә ҡоро ер ғәскәрҙәре, тармаҡ булараҡ, башлыса ҡоро ерҙә хәрби хәрәкәттәр алып барыу өсөн тәғәйенләнгән. Үҙ хәрби мөмкинлектәре буйынса ул башҡа төр ғәскәрҙәр менән берлектә дошман төркөмдәрен юҡ итеүгә йүнәлтелгән.
Был көндө Башҡортостандағы хәрби хеҙмәткәрҙәр ҙә байрам итәсәк. Ҡоро ер ғәскәрҙәре составына мото-уҡсылар, танк, ракета ғәскәрҙәре һәм артиллерия, һауа һөжүменә ҡаршы оборона, махсус ғәскәрҙәр, хәрби частар һәм тыл учреждениелары инә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика